Хәҙер улар аяҡ аҫтында ла етерлек. Бындай яҙыуҙар магазинға ингән урындарҙа, тротуарҙарҙа күп. Бына, мәҫәлән, Ленин урамы аллеяһында ла асфальтҡа реклама яҙып киткәндәр. Улар өсөн тап кеше күп йөрөгән урындар һайлана. Күп осраҡта был реклама йәнгә теймәй, теләһәң уҡыйһың, теләмәһәң юҡ. Тик был реклама законлымы икән?