Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2018, 13:05

Йортона ҡарап хужаһын күҙ алдына килтер

Башҡортостанда, шул иҫәптә беҙҙең ҡалала ла, капиталь ремонт уҙған күп ҡатлы йорттарҙа тикшереү үткәрелә. Подрядсы ойошмаларҙың эштәрен милекселәр, идара итеүсе компания, Төбәк операторы һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡарай. Әйтергә кәрәк, эштәр һәр ваҡытта ла ҡабул ителмәй, етешһеҙлектәр булһа, подрядсы ойошмаларға уларҙы бөтөрөү, эштәрҙе тейешле кимәлдә башҡарыу бурысы ҡуйыла.

Салауатта быйыл 60 күп фатирлы йортта капиталь ремонт башҡарыу планлаштырылған. Уларҙың һәр береһендә төрлө эштәр билдәләнгән, ҡайһыһында ҡыйыҡ, фасад яңыртыла, ҡайһыһында инженер коммуникациялар. Мәҫәлән, Бочкарев урамындағы 11а йортонда эштән сыҡҡан лифт алыш-тырылған. Ремонтҡа 8 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Бурыс тейешле кимәлдә, тиҙ башҡарылып сыҡҡан һәм бөгөн был йортта йәшәүсе халыҡ яңы күтәрелеү ҡоролмаһы менән бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ, шатланып ҡуллана.

Горький урамындағы 18а йортонда ҡыйыҡ йөпләнгән. Тик бында подряд ойошманың эшенә ҡарата дәғүәләр бар. Милекселәр ҡыйыҡтан һыу ағып тора, тип белдерә. Ремонт башҡарыусы ойошмаға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушылды һәм инспекция был йортҡа яңынан тикшереү менән киләсәк. Алдағы тикшереү ваҡытында ошондай уҡ проблема Йылға урамындағы 38-се йортта ла асыҡланған булған. Подряд ойошма етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөргән һәм эштәр ҡабул ителгән. Ә бына Гагарин урамындағы 23-сө, Шишмә урамындағы 12-се, Матросов бульварындағы 7-се йорттарҙағы ҡыйыҡтарҙы ремонтлау һөҙөмтәһенән милекселәр бик ҡәнәғәт.

Салауат ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Рәис Кирәев билдәләүенсә, йылдан-йыл капиталь ремонт эштәре сифатлыраҡ башҡарыла, сөнки подряд ойошмалар етешһеҙлектәр булғанда эштәр ҡабул ителмәйәсәген яҡшы аңлай.

Былтыр Салауатта 68 йортта капиталь ремонт башҡарылған булған. Бының өсөн 173 миллиондан ашыу аҡса сарыф ителгән. Быйыл 60 йорттағы капиталь ремонтҡа 200 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.
Читайте нас: