газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2018, 12:57

Күңеле тулы бары изгелек

Салауат ҡалаһының Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина менән теләһә ниндәй темаға ла һөйләшергә мөмкин. Шуныһы яҡшы, әгәр ул үҙенең хаҡлы түгел икәнен аңлаһа, һүҙ көрәштермәй. Юғиһә, ҡайһы бер әҙәмдәр була бит, үҙенең дөрөҫ түгел икәнен дә белә, әммә күҙенең ағын әйләндереп, бәхәсләшергә тотона. Әгәр ҙә инде Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы хаҡлыҡ үҙендә икәнен тойһа, ергә һеңдергәнсе әйтәсәк, уныһы көн кеүек асыҡ.

- Ошондай сифат ҡайҙан килә һеҙгә, Гүзәл ханым? Ситтән ҡарап торғанда һеҙ мурт ҡына күренәһегеҙ, ә үҙегеҙҙә шундай көс, дарман, иҫең китер.

- Атайым Ҡәҙим менән әсәйем Әҡлимә ете ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Мин ғаиләлә иң тәүге бала булдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым ҡырҡ алты ғына йәшендә беҙҙе ҡалдырып әхирәткә күсте. Һуғыштан күкрәгенә снаряд ярсығы ҡаҙалып ҡайтҡан уның. Шул тимер киҫәге алып китте лә инде яҡыныбыҙҙы беҙҙең аранан. Әсәйем туғыҙ бала менән тороп ҡалды. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле шуны, иҫ киткес бит. Ә заманалары ниндәй ине, һуғыштан һуңғы ауыр, ҡатмарлы йылдар.

Ғаиләләге өлкән бала булараҡ, әсәйемдең уң ҡулына әйләндем бәләкәйҙән. Бесәнен дә сабырға тура килде, утын әҙерләү ҙә минең иңгә төштө. Хатта, тамаҡты хәстәрләп, атайымдан ҡалған мылтыҡ менән һунарға ла йөрөнөм. Өҫтәүенә, ғаиләлә башлыса малайҙар булғас, уларҙың командиры ла мин.

- Командир һыҙаттарын әле лә юғалтмай-һығыҙ, Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы. Иманым камил, хәрби кеше булһағыҙ, һеҙҙән бик шәп офицер сығыр ине, валлаһи. Ә бына ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?

- Минең атайым менән әсәйем уҡытыусылар ине. Атайым һуғыштан ҡайтҡандан алып мәктәп директоры вазифаһын башҡарҙы. Уларҙың ошо һөнәргә булған ихтирамы, үҙ эштәренә тоғролоҡтары миңә лә күскәндер, күрәһең. Шуға ла һигеҙенсе класты тамамлағас, мин Свердловск өлкәһенең Красноуфимский ҡалаһында урынлашҡан педагогия училищеһына уҡырға киттем. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре менән бергә физика-математика предметы буйынса ла төплө белем бирҙеләр беҙгә.

- Һеҙ Тәтешле районы ҡыҙы, нисек Салауатҡа килеп юлыҡтығыҙ?

- Салауатҡа килеүем үҙе бер тарих. Әле уйлап шул йылдарға боролоп ҡараһаң, ҡыҙыҡ та һымаҡ.

Бер һүҙ менән әйткәндә, минең буласаҡ тормош иптәшем Ләбиб ағайығыҙ Байконурҙа хеҙмәт итеп, армиянан ҡайтҡан да, Салауат ҡалаһына барып эшкә урынлашҡан. Ул минән ете-һигеҙ йәшкә оло, шуға аралашып, дуҫлашып та йөрөмәгәйнек. Бер ауылға ҡайтҡанында мине ҡоҙаланы был йәштәр ҡалаһына. Мин аяҡ терәп ҡаршылашам, институтҡа керергә кәрәк, тағы әллә күпме сәбәптәр таптым. Ләкин ағай ныҡыш булып сыҡты, атайымды ыңғайлатып та ҡуйған. Шулай итеп яҙмыш мине Салауатҡа алып килде. Хәҙер ағайығыҙ менән илле йылдан ашыу бергә донъя көтәбеҙ, ике улыбыҙ тыуҙы. Улар үҙҙәре лә хәҙер үҙаллы тормош көтә. Беҙ инде олатай менән өләсәй булып, уларҙың ҡыуаныстарына ҡыуанып ултырабыҙ.

- Ултырабыҙ тиеүегеҙ менән һис кенә лә килешә алмайым, Гүзәл ханым. Сөнки минең дә Салауатта эшләй башлағаныма байтаҡ ҡына булып китте, күреп-ишетеп торам, һәр ваҡыт йүгереп йөрөгән һымаҡһығыҙ.

- Ултырырға ирек бирмәйҙәр, уныһы хаҡ. Өс йыл элек Салауат ҡалаһының Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе вазифаһын йөкмәтеп ҡуйҙылар. Бөгөн оло йәштәге кешеләр актив тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Сөнки ҡасандыр комсомол путевкалары менән йәштәр ҡалаһы төҙөргә килгән кешеләр бит уларҙың күбеһе. Йөрәктәрендә һаман шул уҡ дәрт, тормошҡа һөйөү һаҡланып ҡалған. Шуға күрә лә улар менән мин дә йәш, актив булырға тейешмен.

- Йәштәр ҡалаһы тигән Салауат та күптән түгел үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе. Ҡасандыр уның тәүге нигеҙ ташын ҡойған кешеләрҙең күптәре туҡһандың арҡаһына эйәр һалаларҙыр, моғайын.

- Бөгөн беҙҙең ҡалала 44 мең ветеран йәшәй. Шуларҙың 87-һе Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 1350 кеше тыл хеҙмәткәрҙәре, йәнә 341 афған һуғышында ҡатнашыусылар. Әлеге ваҡытта 80-дән ашыу кеше туҡһан йәштә һәм унан олораҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ хәстәре, үҙ проблемалары бар. Ҡала ветерандар советының төп бурысы ана шул тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булмаған мәсьәләләрҙе хәл итеү. Барлыҡ мәсьәләләрҙе лә ҡала хакимиәте менән берлектә хәл итәбеҙ. Сөнки йәмәғәт ойошмаһы ғына йырып сыға алмаҫлыҡ проблемалар килеп сыға. Был йәһәттән ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Сөнки ул, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ветерандарҙың тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып бара. Байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла уларҙың йәшәйештәрен, сәләмәтлектәрен һорашып-белешеп тора. Фәрит Фәррәх улының кешеләргә, айырып алғанда, ветерандарға булған яҡшы мөнәсәбәте уның урынбаҫарҙарына ла күскән. Шуға күрә лә Александр Георгиевич Зуев та, Дилбәр Радик ҡыҙы Мостафина ла һәр ваҡыт беҙгә теләктәшлек күрһәтергә әҙерҙәр.

“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте, “Салауатбыяла” ойошмаһы, башҡа предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәренә рәхмәтлебеҙ. Улар ҙа беҙҙең бер генә мөрәжәғәтебеҙгә лә күҙ йомоп ҡарамай, гел ярҙам ҡулы һуҙалар.

Тағы шуны ла әйтергә кәрәк, беҙҙең ветерандар гел ярҙам өмөт итеп кенә ултырмай. Улар үҙҙәре лә йәмәғәтселек эшендә актив ҡатнаша. Ҡалала барған бер генә сара ла беҙҙең ойошманан башҡа үтмәй: Еңеү көнөнә арналған саралар булһынмы ул, Раштыуа байрамы, Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре булһынмы, беҙ һәр ваҡыт алғы сафтарҙа.

Күмәкләп ойошҡан рәүештә концерттарға, спектаклдәргә, башҡа ҡалаларға экскурсияларға барабыҙ, бассейнға, спорт залдарына йөрөйбөҙ. Бының өсөн беҙҙең Салауатта бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған.

Төрлө кимәлдә үткән һайлау кампанияларында ла беҙҙең ветерандар актив ҡатнаша.

- Байтаҡ ҡына тормош юлы үтелгән, Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы, тәжрибәгеҙ ҙә ҙур. Бөгөнгө бейеклектән сығып, үткәндәрегеҙгә байҡау яһағанығыҙ бармы? Тормош юлдарын үткәндә гел келәм түшәлмәгәндер бит юлдарығыҙға?

- Салауатҡа килгәс тә миңә башта эргәләге Корнеевка ауылында эшләргә тура килде. Сөнки Красноуфимскийҙа училищены тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, мине йүнәлтмә менән Свердловскийға педагогия институтына уҡырға ебәргәйнеләр. Уҡырға бараһы урынға мин Ләбиб ағайығыҙға эйәреп бында килеп сыҡтым. Ул ваҡыттағы ҡала мәғариф бүлеге етәксеһе Чухров Иван Васильевич мине Корнеевкаға ебәрҙе лә инде. Эҙ йәшерә, йәнәһе.

Унда бер аҙ эшләгәс, Салауатҡа ҡайтып, хеҙмәт юлымды 9-сы мәктәптә дауам иттем. Был ваҡытта тәүге улыбыҙ тыуғайны. Шунан икенсе балабыҙ тыуҙы. Етмәһә Ырымбур педагогия институтының геология факультетына уҡырға ингәнмен. Ошондай ҡатмарлы йылдарҙа ярай әле эргәмдә Ләбибтең әсәһе булды. Беҙ уның менән ун бер йыл бер фатирҙа әхирәттәр кеүек йәшәнек. Ҡәйнәм миңә бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйттермәне, ығы-зығыларҙан гел ҡурсалап торҙо. Шул тиклем аҡыллы, сабыр ҡатын булды ул. Мин һуңынан мәктәп директоры булып күскәс тә, эшемдең яуаплы ла, ҡатмарлы ла икәнлеген аңлап, кәңәштәрен бирер, кәрәк саҡтарҙа йыуатыр ине.

- Мәктәп директоры булыу, ысынлап та, үтә лә яуаплы һәм тынғыһыҙ эш бит, Гүзәл ханым. Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәренән тыш хужалыҡ мәшәҡәттәре лә ятҡандыр иңдәрегеҙгә?

- Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрә башлаһаң, ишелеп китерлек инде. Йә торба тишелә, йә электр һүнә. Бөтәһе лә директор өҫтөндә. Етмәһә 19-сы мәктәп тәртип буйынса иң насарҙар иҫәбендә ине. Малайҙар ҡапма-ҡаршы тороп һуғышалар. Көндөҙ тимәй, кис йәки төн уртаһы тимәй, милиция начальнигы миңә шылтырата: ”Гүзәл Ҡәҙимовна, һинекеләр йәнә дөмбәҫләшә, йәһәт кенә килегеҙ!” Йүгерәм яу ҡырына. Мине күреү менән күҙҙәренә ҡан һауған малайҙар тынысланалар. Милиция начальнигы: ”Хөснуллина, әйҙәгеҙ балаларығыҙҙы иҫәпкә ҡуяйыҡ,” – ти. “Юҡ, бирмәйем береһен дә, мин үҙем тәрбиәләйем уларҙы,” – тип малайҙарҙы яҡлайым. Шулай эшләнек, тәртипте лә яйға һалдыҡ. Һуңынан Афғанстанда конфликт башланғас, һуғышҡа китеүселәрҙең иң күбе ошо белем усағынан булды. Бөгөн, күкрәктәре тулы орден-миҙалдарын сыңлатып, мине ҡосаҡлап алып, рәхмәт әйтһәләр, күңел тула, йөрәктә ғорурлыҡ хистәре уяна.

- Үҙегеҙҙең дә күкрәгегеҙҙе миҙалдар биҙәй, Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы. Хөкүмәтебеҙ һеҙҙең хеҙмәтте юғары баһалаған.

- Булды инде. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тиҙәр бит халыҡта. 19-сы мәктәптә аҙнаһына ике ял индергәнем өсөн Рәсәй мәғариф отличнигы билдәһе менән бүләкләнеләр. Тәү ҡарашҡа еңел генә һымаҡ был эш, ләкин уны бөтөн яҡлап та нигеҙләргә кәрәк. Бының өсөн Стәрлетамаҡ, Мәскәү институттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Һәр аҙымыбыҙҙы фәнни яҡтан нығыттыҡ.

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында, Башҡортостан үҙ аллылыҡ алғас, балаларҙы башҡорт телендә уҡытыуҙы яҡлап сығыш яһаным. Иң беренсе был изге эште ул ваҡыттағы ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Васильев Александр Ивановичтың фатихаһы менән үҙем эшләгән белем усағында башлап ебәрҙек. 1-се гимназияла директор инем мин ул саҡта. Аҙаҡ, беҙҙең тәжрибәгә таянып, Салауаттың башҡа мәктәптәренә лә башҡорт телен уҡытыуҙы индерҙек. Ошо хеҙмәтем өсөн миңә Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелде.

- Былтырҙан бирле мәктәптәрҙә туған тел-дәрҙе уҡытыу мәсьәләһе тирәһендә ығы-зығылар бара. Һеҙ тәжрибәле уҡытыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булғанһығыҙ. Ошо темаға туҡталһаҡ, нимә әйтер инегеҙ, Гүзәл ханым?

- Мәктәптәрҙә күп теллелек булырға тейеш! Бала күп тел белгән һайын, уның донъяға ҡарашы иркенәйә, фекере киңәйә, офоҡтары нығыраҡ асыла. Туған телдәрҙе уҡыу башҡа телдәрҙе еңел өйрәнергә трамплин булып та тора, быны ла иҫтән сығарырға ярамай.

Башҡортостанда башҡорт теле дәүләт теле икән, уны барыһы ла өйрәнергә тейеш! Ошондай позицияла мин.

- Һүҙебеҙ ил, тел яғына боролғас, башымда шундай һорау тыуҙы: үҙегеҙҙең кендек ҡанығыҙ тамған, донъяға тәүге тапҡыр ауаз һалған, тәпәй эҙҙәрегеҙ ҡалған тыуған яҡтарығыҙға юл төшәме, Гүзәл ханым?

- Бала сағым ҡалған Бүл Ҡайпан ауылына йылына бер ҡайтып әйләнергә форсат табабыҙ. Сөнки тыуған яҡҡа ҡайтып, бәрәкәтле тупраҡтан ялан аяҡ үтһәм, шунда йәшәгән асыҡ, ҡунаҡсыл кешеләр менән осрашһам, Һуйырым күлендә сумып йөҙһәм, Бөтөнбаш туғайына барып еләк йыйһам, тағы әллә күпмегә етерлек ҡеүәт, энергия алам.

- Йәшегеҙ барһа ла, төҫ ташламайһығыҙ, Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы, бының сере нимәлә?

- Мин дарыу ашамайым. Баҡсала эшләргә, тәбиғәттә йөрөргә яратам, һыуыҡ һыу менән ҡойонам. Христиандар мәкегә сумғанда, иң беренсе үҙем төшәм. Сөнки ветерандарҙың командиры булып, үҙем өлгө күрһәтмәһәм, кем минең арттан эйәрһен.

Кешеләргә асыу һаҡламайым. Мәкер тотоу – ул әҙәм балаһын эстән ашай торған алама сир. Унан арынырға кәрәк.

- Миңә ҡалһа, йылы ғына әңгәмә килеп сыҡты шикелле, Гүзәл Ҡәҙимовна. Ваҡыт табып, беҙгә иғтибар бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт!


Читайте нас: