Сауҙа хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы июлдең дүртенсе шәмбеһендә билдәләнеп килә. Баҙар мөнәсәбәттәре ныҡлап үҫешкәс, һатыусы һөнәре донъяла киң таралған һәм талап ителгәндәр рәтенә инә. Һатыусыларҙың байтағы байрамдарын ғәҙәттәгесә эш урындарында уҙғара. Салауатта 10 меңдән ашыу кеше сауҙа өлкәһендә эшләй, 1094 ҡулланыусылар баҙары объекты, 102 йәмәғәт туҡланыу урыны, 385 халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеһы, 1 ауыл хужалығы баҙары бар.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Татьяна Миллер, хакимиәттең сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлеге начальнигы Татьяна Кәримова барыһын да ҙур байрам менән ҡотланы.
- Сауҙа хеҙмәттәре өлкәһе шул тиклем киң - бик күп һөнәр кешеләре Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөн үҙенең һөнәри байрамы тип иҫәпләй. Барыһынан да элек улар: магазиндар, супермаркеттар, сауҙа келәттәре һәм сауҙа өлкәһенә йәлеп ителгән башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре. Шуға күрә был һөнәри байрам салауаттарҙың күбеһенә яҡын, - тине Татьяна Миллер.
Сарала 40-лап эшсе фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары алды. Шулай уҡ сауҙа тармағының өс ветераны ла грамоталар менән наградланды. «Көнсығыш» фитнес үҙәге етәкселеге уларҙың һәр береһенә сертификат тапшырҙы.
Надежда Вакоркина «Мокко» кафеһында эшләй. Сауҙа өлкәһендә ул 12 йыл. Был көндө ул ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ә Наталья Волкова «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының ремонт-механика заводында ашнаҡсы булып 9 йыл хеҙмәт итә. Уның дөйөм эш стажы 20 йылдан ашыу. Эшем бик тә оҡшай, ти аш-һыу әҙерләү оҫтаһы. Ә шәхси эшҡыуар Роза Әхмәтйәнова ҡатын-ҡыҙҙар кейеме тегеп һатыу менән мәшғүл.
- Гүзәл заттар матур, сағыу кейемдәр кейеп йөрөһөн өсөн бар көсөмдө һалам. Уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү миңә ҙур шатлыҡ. Сауҙа - еңел эш түгел. Әммә тәжрибә һәм тырышлыҡ арҡаһында яҡшы килем алырға мөмкин. Үҙ эшемде асыуыма һис тә үкенмәйем, - ти йүнсел.