- Десантсы һәр яҡлап оҫта: төрлө ҡоралдан да яҡшы ата, парашют менән дә һикерә, хәрби техника менән дә эш итә, уны йөрөтә лә белә… Ҡыҫҡаһы, “ҡанатлы пехота”ға эләгергә теләүселәр тәү сиратта хеҙмәт иткән ваҡытта төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, физик яҡтан көслө һәм мораль яҡтан әҙер, белемле, ҡурҡыу белмәҫ булырға, сәләмәт тормош алып барырға тейеш, сөнки төрлө һәм күп сәғәтле күнекмәләргә бөтәһе лә сыҙай алмай. Егеттәр төрлө хәл-ваҡиғаларҙа тыныс холоҡло, түҙемле булып ҡалһа, яҡшы,- ти ҡасандыр ошо төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән Салауат егете Роберт Назыров.
Әлеге ваҡытта ул Салауат эске эштәр бүлеге патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальон бүлеге командиры, полиция прапорщигы булып эшләй. Ике туған ағаһы һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Роберт Рауил улының да һис шикһеҙ ошо ғәскәрҙә хеҙмәт итеү теләге уяна. 2004 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Өфөнән ул Омск ҡалаһына ебәрелә. Роберт Назыров 242-се уҡыу үҙәгендә ярты йыл механик-водителгә уҡый. Аҙаҡ уларҙы хәрби частарға бүләләр. Йәш һалдатты бер төркөм егеттәр менән Тулаға оҙаталар. Унда Роберт йыл ярым хеҙмәтен дауам итә. Төрлө ҡалаларҙа күләмле сараларҙа ҡатнаша. Бөтә яҡлап та өлгөр егетте өлкән механик итеп ҡуялар. Ул БМД-1КШ машинаһында штаб начальнигын йөрөтә.
Роберт Рауил улына әрме хеҙмәтендә барыһы ла еңел бирелмәй. Тәүге ярты йыл хәрби хеҙмәткә өйрәнеү, коллективҡа яраҡлашыу менән бәйле була. Омск дымлы ҡала булғанға, Башҡортостандан килгән һалдаттар төрлө ауырыуҙар менән сирләй, тик улар бирешмәй.
- “Ил-76” һәм “Ан-2” самолеттарынан парашют менән һикереүҙәр (бөтәһе 9 тапҡыр) иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙың береһе. Парашютта тәүге тапҡыр ул үҙемдең тыуған көнөмдә ырғыным. Хеҙмәт иткән часта Салауаттан, Башҡортостандан егеттәр күп ине. Улар менән берҙәм, татыу булдыҡ. Әле инде хеҙмәттәштәрҙең күбеһе төрлө тарафтарға күсенеп китте. Десантсылар менән аралашам, осрашыуҙарға йөрөйбеҙ. Бер йыл хеҙмәт итеү бик аҙ. Әрме һурпаһын татып та өлгөрмәйһең. Ирмен тигән ир-егет мотлаҡ хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлайым. Армия кешене ҡыйыулыҡҡа, үҙ аллылыҡҡа, тормошта дөрөҫ юл табырға өйрәтә, - ти Роберт Рауил улы.