газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 11:02

«Милли кейем милли рух тәрбиәләй аламы?»

Ошо көндәрҙә «Салауат» гәзите редакцияһында «Милли кейем милли рух тәрбиәләй аламы?» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда Салауат башҡорттары ҡоролтайының эргәһендәге «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова, клуб ағзаһы Миңнур Ғәбитова, «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзаһы Фәниә Сатучина ҡатнашты.

- Һуңғы йылдарға күҙ һалһаҡ башҡорт халҡы араһында милли кейемдәр популярлаша башланы. Бөгөнгө көндә ололар ғына түгел, йәштәр ҙә үҙ милли кейемебеҙҙе бик яратып кейә. Был нимә менән бәйле?

Рәшиҙә Буранғолова:

- Милли кейемдең популярлашыуы, бер яҡтан, иҫ киткес яҡшы күренеш. Сөнки бының менән беҙ үткәнебеҙҙе онотмауыбыҙҙы күрһәтәбеҙ, быуындар бәйләнеше һаҡлана. Әлеге ваҡытта олораҡтар милли кейем кейә, урта һәм кесе йәштәгеләр махсус сараларҙа, йыр, бейеү менән сығыш яһағанда ҡуллана.

Миңнур Ғәбитова:

- Минеңсә, милли кейемдең киң таралыуы билдәле бер азатлыҡ менән бәйле тип уйлайым. Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт теле тип иғлан ителеүе, мәҙәниәтте үҫтереүгә иркенлек бирелеүе арҡаһында халыҡ ихлас күңел менән үҙенең милли рухына ҡайта башланы. Һәр ауылда мәсеттәр асылыуы, унда шәкерттәр уҡытылыуы милли кейемдәргә ҡайтыуға бер этәргес көс булғандыр. Был, әлбиттә, бер яҡтан, ыңғай күренеш. Тик таяҡтың ике башы булғандай, бының да икенсе яғы бар. Шуның өсөн ниндәйҙер урталыҡты табырға кәрәк, тип уйлайым.

Фәниә Сатучина:

- Мин дә әйткәндәргә ҡушылып, милли кейем мәсьәләһендә боронғолоҡто тыуҙырыу кәрәкмәҫ ине тим. Йәштәрҙе ҡурҡытырға ярамай, милли кейем дә заманса булырға тейеш. Әлбиттә, ул заманса булған хәлдә лә, беҙҙең милли үҙенсәлеккә тап килһен, йәғни асыҡ булмаһын, милли орнаменттар менән биҙәлһен. Элекке кеүек ҙур ҡашмауҙарҙың, селтәрҙәрҙең, түшелдеректәрҙең урыны музейҙа, ә бөгөнгөләре йәштәр кейеп, тағып йөрөрлөк итеп замансалап эшләнһә яҡшы.

- Бөгөн тап ошо ҡашмауҙарҙы, селтәрҙәрҙе, түшелдеректәрҙе эшләүҙе тергеҙеү буйынса түңәрәктәр ҙә ойошторола. Шулай уҡ Өфөлә беҙҙең абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уларҙы кейә, башҡа ҡала-райондарҙа ла уларҙы кейеп йөрөү модаға инеп бара.

Фәниә Сатучина:

- Эйе, олораҡ йәштәгеләрҙә уларҙы күрергә мөмкин. Ә йәштәр араһында бик үк таралмаған. Мин ҡыҙымды ла милли биҙәүестәр тағып йөрөүен күҙ алдына килтерә алмайым, ул кеймәйәсәк тә.

Рәшиҙә Буранғолова:

- Мин дә килешәм, сәхнә милли кейеменән беҙҙең көндәлек кейемдәребеҙ айырылып торорға тейеш. Шул уҡ түшелдеректе алғанда ла, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа уларҙы боронғоса итеп түгел, ә милли орнаменттар менән биҙәп, ҡупшы ғына итеп кейеп йөрөй. Көн дә биҙәүес урынына тағып йөрөрлөк алҡалар, муйынсаҡтар, мәрйендәрҙең милли стилдә эшләнгәндерен ҡулланырға теләйҙәр икән, әйҙә рәхим итһендәр. Икенсе яҡтан, үҙҙәренсә матур итеп оҙон күлдәктәр кейеп, яулыҡтарын ныҡлы бәйләгән ҡыҙҙарҙы ла йыш осратырға тура килә. Әммә ҡулында тәмәке тотоп үткәндәрен дә күргәнем бар. Уны нисек ысын башҡорт ҡатыны тип әйтергә мөмкин?!

- Бөгөнгө осрашыубыҙҙың төп темаһы «Милли кейем милли рухты тәрбиәләй аламы?». Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ нисек?

Рәшиҙә Буранғолова:

- Мин ошо күҙәтеүҙәрҙән сығып, әйткем килә, милли кейем кейеп кенә кешелә милли рух тәрбиәләп булмай. Кеше уны үҙенең эске кисереше, тойғоһо, ҡылығы, фиғеле, эше менән күрһәтергә тейеш.

Миңнур Ғәбитова:

- Башлыса башҡорт милли кейеме сәхнә өсөн, ә сәхнә кеше тормошонда күп ваҡытты алмай. Милли кейем кейеп кенә, ололарҙа ла, йәштәрҙә лә милли рух тәрбиәләнмәй. Ул эске тойғо менән бәйле. Һәм, бая әйткәнемсә, урталыҡ булырға тейеш. Бына һеҙ башҡорт, һеҙ башҡорт кейеме кейергә тейеш, тип бойороп, фарман менән рухлы башҡортҡа әйләндереп булмай. Беҙҙе русса уҡытып маташтылар, ошо дәүер күпме ваҡытты алды. Хәҙер яңынан туған телде өйрәнеүгә ҡайтабыҙ. Бының өсөн дә күпмелер ваҡыт үтергә тейеш.

Рәшиҙә Буранғолова:

- Башҡортостан, Салауатты алғанда ла, бында тик башҡорттар ғына йәшәмәй. Беҙҙә 80-дән ашыу милләт халҡы йәшәй. Беҙ башҡорт тип кенә, башҡа халыҡтарҙы ҡабул итмәйенсә йәшәй алмайбыҙ. Башҡаларҙа ла бит милли рух бар, беҙ уларға ла ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ.

Миңнур Ғәбитова:

- Башҡортостанда башҡорт милли байрамдары ла хәҙер беҙҙең байрам ғына түгел, уны татарҙар ҙа, урыҫтар ҙа үткәрә. Шул уҡ «Шәжәрә», “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамдарын алайыҡ, уны хәҙер татарҙар ҙа, урыҫтар ҙа ойоштора, беҙҙән күреп шәжәрә ағастарын төҙөй башланылар. Башҡорттарҙа милли рухтың күтәрелеүе башҡа милләттәргә лә тарала, тәьҫир итә.

Фәниә Сатучина:

- Минең олатайым үҙенең шәжәрәһен 24 быуынға тиклем белгән һәм быуындан-быуанға күсереп килгән. Милли рух ул өйҙән, ундағы тәрбиәнән килә. Беҙҙе 8-се класҡа тиклем башҡортса уҡыттылар ҙа, 9-сы, 10-сыла русса күсерҙеләр. Ул ваҡытта атеизм менән шөғөлләнделәр, әммә беҙҙе өләсәйҙәр тәрбиәләгәс, башҡорт рухында, дини яҡтан нығынып үҫтек. Шуға күрә әлеге көнгә тиклем мин үҙемдең рухыма, башҡортлоғома хыянат иткәнем юҡ. Ҡайһы берҙә йәмәғәт урынында беҙҙең үҙ телебеҙҙә һөйләшеүебеҙҙе оҡшатмай торғайнылар, мин шул саҡта, һеҙ Башҡортостанда йәшәйһегеҙ икән, беҙҙең һөйләшеүҙе ихтирам итеп тыңлағыҙ, ти торғайным.

Бөтәһе лә ғаиләнән тора. Хатта башҡа төрлө милләт халҡына кейәүгә сығып, йә кәләш алып та, бер-береһенең милләтенә ҡарата ихтирам күрһәтеп, ике халыҡтың да телен, мәҙәниәтен өйрәнеп йәшәүселәр бар. Һәр ваҡытта ла аңлашып йәшәү мөһим.

- Артистар ҙа, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ла төрлө саралар ваҡытында башҡа милләттәрҙең кейемдәрен кейеп сығыш яһай.

Фәниә Сатучина:

- Быны аңларға мөмкин, байрам шарттары шулай икән, башҡорт та урыҫ кейемен, татар ҙа мари кейемен кейеүе мөмкин. Әммә шуныһы ла бар, башҡорттар башҡа милләттәрҙең бөтәһенең дә кейемен кейә, ә урыҫтар, татарҙар башҡорт кейемен кейеп бармай. Ниндәй генә сетерекле һорауҙар килеп сыҡмаһын, аңлашып йәшәүгә бер ни ҙә етмәй.

Миңнур Ғәбитова:

- Башҡорттар ҙа рус ансамблдәрендә йырлап та, бейеп тә йөрөй. Әммә бер милләт кешеһе башҡа милләт кейемен кейеп кенә шул милләт вәкиле булып китте тигәнде аңлатмай. Был беҙҙең халыҡтың да башҡортлоғон юғалтҡан, тигән һүҙ түгел.

Рәшиҙә Буранғолова:

- Кейһендәр әйҙә. Ул бит мәҙәни сараларҙа сығыш яһау өсөн кәрәк. Беҙ ҙә йәш саҡта мари булып та, сыуаш булып та сығыш яһаныҡ, «Соловушки» булып русса ла йырланыҡ. Педагогия колледжында эшләгәндә мордва бүлеге асылғас, шунда уҡ кейемдәрен тектереп алып, башҡорт ҡыҙҙары ла мордва йырҙарын өйрәнеп, йырлап йөрөнөләр. Иманым камил, улар мордва булып китмәгәндер. Беҙҙең төбәктәге милләт татыулығын башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Миңнур Ғәбитова:

- Башҡортостанда йәшәгән бер милләт тә үҙен кәм итеп тойғоһо кил-мәй. Беҙ, башҡорттар, Башҡортостанда йәшәйбеҙ тип, башҡа милләттәргә юғарынан ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа үҙҙәрен өҫтөн һанаһа, әллә ниндәй низағ килеп сығыр ине. Бер-беребеҙҙе аңлап, кәңәшләшеп, дуҫлашып, татыу йәшәргә кәрәк. Хөкүмәттең дә сәйәсәте шуға ҡоролған - гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа бөтә милләт вәкилдәре һыйышып йәшәргә тейеш.
Читайте нас: