газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2018, 14:00

Ҡыуаныс өләшер әле парк һәм скверҙар

Салауат ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейына арналған байрам тантаналары үтеп китһә лә, ҡаланы төҙөкләндереүгә арналған эштәр дауам итә әле. Улар иҫәбенә «Заманса ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты нигеҙендә «Октябрь» кинотеатры артында төҙөкләндерә башлаған скверҙы, Фурманов урамындағы балалар паркын индерергә мөмкин. Улар ҡаланың юбилейлы йылы объекттары булып тора.

«Заманса ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты ҡала биләмәһен комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күмәк ял өсөн уңайлы урындар булдырыуға йүнәлтелгән. Өҫтәүенә граждандар проектты тормошҡа ашырыуҙың аҙаҡҡы планына инәсәк объекттар исемлеге тураһында ҡарарҙы үҙҙәре ҡабул итә. Бына шулай салауаттар ҙа 18 мартта үҙҙәре үк тәҡдим иткән биш территория өсөн тауыш бирҙе һәм күпселек «Октябрь» кинотеатры артындағы скверҙы төҙөкләндереүҙе хупланы. Проектты тормошҡа ашырыу хаҡы - 42,3 млн һум.

Май аҙағында ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов ҡала объекттарындағы эштәр менән танышҡанда, бында подряд ойошмаһын һайлап алыу бара ине. Бөгөн скверҙа тулыһынса эш ҡайнай. План буйынса сквер территорияһында ял итеү, балаларҙың уйын, йәйәүләп йөрөү зоналары, спорт майҙансыҡтары булырға тейеш. 6,22 га ерҙә йүгереү, велосипедта йөрөү, асфальтлы һәм ташлы йәйәүлеләр юлдарын һалыу ҡаралған. Сквер 120 фонарь менән яҡтыртылып торасаҡ. Шулай уҡ биләмә тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү аҫтында буласаҡ. Өҫтәмә рәүештә ҡыуаҡлыҡтар һәм газон менән сәскә түтәлдәре ултыртыу билдәләнгән.

Кинотеатр артындағы биләмәлә «Арцах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 25 июндән проектты тормошҡа ашырыуға тотонған. Участка начальнигы Валентин Александров белдереүенсә, эштәрҙе башларҙан алда «Һыу каналы», «Электр селтәре», «Йылылыҡ селтәре» һәм башҡа ойошмаларҙан төҙөкләндереүгә ризалыҡ алыу ҙа ярайһы уҡ ваҡытты алған. Иң башта иҫке тирәк ағастары ҡаҙып алынған. Бөгөн инде йәмғиәт проект буйынса билдәләнгән юлдарҙы һалыуға тотонған. Бының өсөн уларҙың махсус техникалы ла, эшсе ҡулдары ла етерлек. Эш бик күләмле, яуаплы, тиҙәр коллективта, шуға ҡарамаҫтан, улар бурыстарҙы ваҡытында атҡарып сығырға ниәт итә. Ҡалаға бүләк ителәсәк сквер быйыл көҙөн файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Унда ҡала етәкселеге һәм салауаттар тәҡдиме менән уҡытыусыға бағышланған һәйкәл ҡуйыу ҙа планлаштырылған һәм скверға уҡытыусалар исемен биреү фекере лә ҡарала.

Иғтибар үҙәгендә булған икенсе объект - ул Фурманов урамындағы балалар паркы. Уны «Салауатбыяла» ойошмаһы ҡаланың 70 йыллығы сиктәрендә төҙөкләндереүҙе үҙ өҫтөнә алғайны. Әлеге ваҡытҡа территорияла иҫке ағастарҙың барыһы ла тамыры менән ҡаҙып алынған. Дизайн-проект буйынса, биләмәлә 130 төп яңы ағас үҫентеләрен ултыртыу ҡаралған. Был эш көҙгөлөккә ҡалдырыла. Ә уға тиклем ерҙе тигеҙләп, спорт, балалар уйын майҙансыҡтары төҙөлә башланырға тейеш. Эштәрҙе «МонолитТөҙөлөш» ойошмаһы алып бара.

Нисек кенә тәнҡит һүҙҙәре ишетел-мәһен, ҡалала һуңғы йылдарҙа төҙөклән-дереүгә иғтибар бүленеүен инҡар итеп булмай. Ҡала етәкселеге был был йүнә-лештәге эште йәнләндереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырыша.


Читайте нас: