Ауылдарҙан ҡалаға килеп аҙ булһа ла һатыусылыҡ итеп килем эшләргә теләүселәр аҙ түгел. Ғөмүмән, быйылғы уңыш тураһында тулыраҡ белешер өсөн Островский урамындағы бәләкәй баҙарға юлландым. Еләк-емеш менән һатыу итеүселәр күп кенә. Көндәр эҫе тороу сәбәпле, емеш-еләк кипте, тиһәләр ҙә, уңғандар ҡайҙандыр таба. Булғанына шөкөр итеп, тәбиғәт биргән байлыҡты әрәм итмәй йыя.
Стәрлебаш районы Күндерәк ауылында йәшәгән Гөлнур Рамаҙанова тап шулай итә. Был юлы ла хужабикә баҙарға бер нисә биҙрә ер еләге алып килгән. Гөлнур Фәғиз ҡыҙынан һатыуҙың нисек үтеүе хаҡында һораштым.
- Быйыл беҙҙә еләк уңды. Аҙнаһына ике тапҡыр Салауатҡа килеп һөт-ҡаймаҡ, ҡымыҙ, эремсек, ҡорот һатам. Еләкте өсөнсөгә килтерәм. Еләктең стаканы 50 һум, ә килограмы 250-300 һум. Тауар үтә, бер үк алған кешеләр мине көтөп ала. Аҡса ла килә. Әлбиттә, бер нәмә лә үҙенән-үҙе генә булмай, тырышырға, ялҡауланмаҫҡа кәрәк, - ти Гөлнур апай.
Сауҙаң барһа, бер көндә байтаҡ ҡына аҡса эшләргә мөмкин. Ошондай уңған, ныҡыш кешеләр ҡулында бит ул тормош. Хәләл ефетенең, яҡындарының эшләп тапҡанына үҙҙәренең сослоҡтарын, егәрлелеген дә өҫтәп, өҫтәмә килем алыусы апайҙарға афариндан башҡа ни әйтәһең инде! Тырышҡан табыр, тиҙәр бит.