газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 11:43

Фонтан түгел, цирк асылғанмы ни?

Әле яңы ғына Батыр аллеяһында фонтандың асылыуына ихлас ҡыуанғайныҡ. Әммә шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Ни өсөн тигәндә, форсункаларҙың ҡайһы берҙәре зыян күргән. Шөкөр, өлгөр коммуналь хеҙмәткәрҙәр йүнәтеп тә ҡуйҙы. Унан әллә күпме сүп-сар, быяла ярсыҡтары сығарғандар.

Беҙ ҙә бер көндө ғаиләбеҙ менән шунда юлландыҡ. Йәнәһе, йоҡо алдынан саф һауа һулап, матурлыҡҡа һоҡланып ҡайтабыҙ. Өҫтәүенә, һыуҙы тынысландыра, тиҙәр. Әммә... өмөттәр аҡланманы. Әйтерһең, аллеяла фонтан түгел, ә цирк асылған. Ете режимда эшләргә тейешле фонтанды йәлләп тә ҡуйҙым. Уның хатта бер генә режимын да күреп булмай. Һыу урғылып сыға торған урынды елле-елле кәүҙәле малай һәм ҡыҙҙар аяҡтары менән ҡаплай, хатта унда сүп-сар тултырыуҙан да оялмайҙар. Һуңынан һыуҙың саманан тыш тиҙлек менән атып сығыуына ләззәтләнеп тамаша ҡылалар, үҙҙәре аҡылынан яҙған кеше кеүек ҡысҡыралар. Бер малай фонтан эсенә хатта велосипеды менән килеп инде. Быларҙың барыһы ла көйләнгән махсус программаға зыян килтерә. Иң ғәжәпләндергәне шул - тәртипһеҙ ҡыланыусы балаларҙың янында ата-әсәләре лә ауыҙ йырып баҫып тора. Мәрәкә, имеш. Ә бит күптәр ҡалала бер нәмә лә эшләнмәй, төҙөкләндерелмәй, тип яр һалды. Булғандың ҡәҙерен беләбеҙме һуң? Юҡтыр, моғайын.

Был тема - социаль селтәрҙәрҙәге иң ҡыҙыу бәхәстәрҙең береһе. Шуныһы аптырата: балаларҙың был ҡылығын аҡлаусылар ҙа табылмай түгел, табыла. Йәнәһе, ул балалар өсөн эшләнгән, әйҙә шатланһындар, быға тиклем ҡалала ундай фонтан булманы. Ҡалала эҫе һыуҙы һүндереүҙәре сәбәпле шулай эшләйҙәр, тип фаразлаусылар ҙа табылды. Кемдәрҙер, фонтандың өс-дүрт көндән ватылыуын балаларҙың әҙәпһеҙ ҡыланыуында түгел, ә уның сифатһыҙ эшләнеүендә күрҙе. Бына һиңә, мә! Ит изгелек - көт яуызлыҡ. Халыҡтың күпселек өлөшө килеп тыуған хәлде мәғәнәһеҙлек тип атаны, фонтан - пляж түгел, унда һыу ингән өсөн штраф индерергә, тирә-яғын бейек ҡоймалар менән уратырға, һаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйырға тәҡдим итте.

Беҙҙең кеүек матурлыҡты күрергә тип килгән оло йәштәге инәйҙәр ҙә, аптырап ҡарап торғандан һуң: «Бында, тәү сиратта, ата-әсәнең үҙенең тәрбиәһе юҡлығы күренеп тора. Ниңә улар балаларын тыймай? Ҡала көнөнә хакимиәт ниндәй матур бүләк эшләне, шуны ла һаҡлай белмәйбеҙ. Бер миҙгелгә лә етмәҫ, ахыры, был фонтан. Был күренештән күҙ ояла», - тип әсенеп, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Беҙ ҙә оҙаҡламаныҡ, өйөбөҙгә табан йүнәлдек. Тынысланып, ял итеп ҡайтыр урынға, кәйефебеҙ төштө.


Читайте нас: