Үҙгәрештәргә ярашлы, белем биреү учреждениеларында, улар ниндәй генә милек фор-маһына ҡарамаһын, республика флагы торорға тейеш. Мәғариф учреждениеларында массалы саралар уҙғарылғанда байраҡ ҡуйыу, уны күтәреү ҡаралған. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған саралар башында гимндың яңғырауы мотлаҡ.
- Закон мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим принциптарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ҡабул ителде - ул үҫеп килеүсе быуында гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. - Яңыраҡ ҡына федераль ҡануниәткә лә Рәсәй Федерацияһы флагын һәм гимнын ҡулланыу ҡағиҙәләрен билдәләүсе үҙгәрештәр индерелде. Ҡоролтай депутаттары ла республиканың дәүләт символикаларына ҡарата ошондай уҡ нормаларҙы индереүҙе кәрәк тип тапты.