газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 11:48

Берҙәм маҡсаттар берләштерә

Шаршамбы көн «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә көньяҡ ҡала һәм райондарҙың муниципалитет ҡарамағындағы йәмәғәт советтары вәкилдәренең семинары үтте. Унда БР-ҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, палатаның мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлек һәм ирекмәнлек буйынса комиссия рәйесе Лида Исаргакова, «Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы аппараты» учреждениеһы етәксеһе Радик Юлбаев ҡатнашты.

Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы кәңәшмәне асып, март айында уҙған Рәсәй Президентын һайлауҙа йәмәғәт советтарының яҡшы, ойошҡан рәүештә эшләүе өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Был кампания кешеләрҙә асыҡлығы, ғәҙеллеге менән ышаныс тыуҙырҙы, беҙҙең республикала 10 меңдән ашыу йәмәғәтсе һайлау барышын күҙәтеүгә актив ҡушылды, тине рәйес урынбаҫары.

Лида Сәғит ҡыҙы ҡала, район хакимиәттәре янындағы йәмәғәт совет-тары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләне. Улар бер ниндәй ҙә власть органдарына ла, структураларға ла буйһонмай, партияларға ла ҡарамай, төрлө эштәрҙә йәмәғәт контролен алып бара. Шуға ҡарамаҫтан, йәмәғәтселәрҙең дә иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Мәҫәлән, социаль өлкәлә, шул уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау кеүек тармаҡтарҙа хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын бойондороҡһоҙ баһалауҙа ла активлыҡ күрһәтергә тейеш. Үҙҙәренең һәр эшен сайттарында яҡтыртып барырға бурыслы.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар-ҙың ниндәй гранттарға дәғүә итә алыуы тураһында Радик Юлбаев бәйән итте. Йәмәғәт ойошмаларына дәүләттән ярҙам алыу өсөн төрлө программалар эшләп килә. Был йәһәттән Салауат ҡалаһы 2015, 2016 йылдарҙа әүҙемлек күрһәткән һәм ҡаланың Эшҡыуарҙар ассоциацияһы 2 млн һумдан ашыу, «Хәрби берҙәмлек» ойошмаһы бер миллион ярым һум аҡса алған. Радик Зиннәт улы йәмәғәт ойошмаларын гранттар юллауҙа актив булырға саҡырҙы.

Семинар һуңында һәр бер ҡала һәм райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә, 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреүҙә граждандарҙың һайлау хоҡуғын тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн, Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырылды.
Читайте нас: