газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 11:36

Башҡа бензин буласаҡ

Машинама йыш ҡына SALAVAT яғыулыҡ ҡойоу станцияһында бензин ҡоя инем. Ҡалала әлегә ул бар, әммә унан ситтә ҡайһы берҙәренең эшләмәүе күҙгә салынды. Улар ябылғанмы, әллә башҡа берәй сәбәпме? Йәмил Таһиров.

Һорауға яуапты «ГЭС РОЗНИЦА» йәмғиәтенең маркетинг һәм реклама бүлеге менеджеры Алла Янина бирә.

- Дөрөҫ, SALAVAT яғыулыҡ ҡойоу стан-циялары бөтөрөлә. «Газпром газэнер-госеть» компаниялары йыл аҙағына тиклем Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында SALAVAT-тың 10 яғыулыҡ ҡойоу станцияһында яңы брендҡа күсеү процесын үткәрә. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһында, Абҙаҡта, Яҡтыкүлдә, Стәрле-баш, Федоровка, Таҙ-лар ҡасабаларында ваҡытлыса ребрединг уҙғара. Бөтә объекттар ҙа «Газпром» яғыулыҡ ҡойоу станцияларының берҙәм стилендә һәм хеҙмәтләндереү сифаты форматында буласаҡ.


Читайте нас: