Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 11:41

Балдан татлы икән бала емеше

Тыуғас та һәр кемдең маңлайына үҙ яҙмышы яҙыла, тиҙәр. Берәүҙәр ата-әсәһенең йылы ҡосағында ғына иркәләнеп үҫһә, икенселәр өсөн олатай менән өләсәйҙән дә ҡәҙерлерәк кеше булмай. Бөгөнгө яҙмам шул турала.

Рәшиҙә Ҡорманова - Ғафури районы ҡыҙы. Яҙмыш еле уны йәшләй сағында уҡ Салауат яҡтарына юллай. «Мәләүез металл конструкциялар заводы»нда, карданда оҙаҡ йылдар эшләй. Тормошо еңелдән булмай Рәшиҙә Фәтих ҡыҙының. Матур хыялдар менән ҡабыҙған ғаилә усағы оҙаҡ дөрләмәй, быҫҡый барып һүнеп ҡуя. Кәләшен һаҡлап, ҡурсалар урынға тормош иптәше ҡул күтәрә, йәберләй. Иренең әҙәпһеҙ ҡылыҡтарынан тамам арыған ҡатын айырылырға мәжбүр була. Улы Рөстәмде һәм ҡыҙы Ләйсәнде яңғыҙы тәрбиәләй. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң буласаҡ тормош иптәше Камилды осрата. Ҡатындың йөҙөндә бәхет сатҡылары күренә башлай. Сөнки ире тыныс холоҡло, сабыр, миһырбанлы кеше була. Йәш егет уны ике сабыйы менән кәләш итеп ала, балаларын үҙенекеләй ҡабул итә, һөйөп, яратып үҫтерә. Бәхетле ғаиләгә йәм өҫтәп игеҙәктәре Юлиә менән Әлиә тыуа. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда Рәшиҙә апай менән Камил ағай тағы бер һынау алдында ҡала. Уларға береһенән-береһе бәләкәй ейәнсәрҙәре Алһыу менән Ангелинаға ата-әсәһен алыштырырға тура килә. Сабыйҙарҙың яҙмышы хәл ителгәндә өләсәйҙәре ситтә ҡалмай. Балалар йортона бирергә, тигән һүҙҙе ишетергә лә теләмәйенсә, ғәзиздәремде үҙем ҡарайым, сит ҡулдарға биреү юҡ, тип үҙенә ныҡлы һүҙ бирә.

- Ҡыйын мәлдәр күп булды. Заводта эшләйем, кескәйҙәр ауырый, больничный бирмәйҙәр. Өҙгәләнеп, бүлгелә-неп ҡарарға тура килде уларҙы. Тормош иптәшемә бик рәхмәт-лемен. Балаларҙы ныҡ яратты, һәр ваҡыт ярҙам итте. Аллаға шөкөр, хәҙер ҡул араһына инделәр, йорт эштәрендә булы-шалар, - ти Рәшиҙә Фәтих ҡыҙы.

Ауырлыҡтар артта ҡалды тигәндә, мөхәббәтле, татыу йорттоң ҡапҡаһын ҡайғы еле килеп ҡаға. Камил ағай юл фажиғәһенә эләгеп, яҡты донъяларҙан китеп бара. Иңдәренә ятҡан был ҡайғыны күтәреү ауырға тура килә ҡатынға. Тормош һүнеп, ваҡыт туҡталып ҡалғандай була. Ҡанаты һынған, яралы ҡош кеүек хис итә үҙен. Әммә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарау тап уның ғына иңендә икәнлеген аңлап, аяҡҡа баҫырға көс таба.

Ана, изге йөрәкле өләсәйҙең ҡосағына барыһы ла һыйған. Оло улы Рөстәмдең улдары Динислам, Данил һәм Эмиль Стәрлебаш районынан ҡунаҡҡа килгән. Санкт-Петербург ҡалаһында уҡып йөрөгән Юлиә ялға ҡайтҡан. Әлиә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡый. Әле ул Төркиәлә практика үтә.

Рәшиҙә Ҡорманова ейәнсәрҙәрен аяҡҡа баҫтырыу, милли рухта тәрбиәләү өсөн бар көсөн һала. Ҡыҙҙар матур итеп башҡортса һөйләшә, икеһе лә 53-сө башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән, олоһо 25-се башҡорт гимназияһында уҡый, бәләкәйе лә быйыл шунда уҡырға төшөргә йыйына. Тырыш өләсәй мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Яҙын Стәрлетамаҡта уҙғарылған «Өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәр (ейәндәр)» тип аталған конкурста алты йәшлек ейәнсәре Ангелина менән тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина етәкселегендә беренсе урынды алалар. Ангелина шуҡ ҡыҙыҡай, матур итеп йырлай, оҫта итеп шиғыр һөйләй. Ә өлкәне Алһыу тынысыраҡ холоҡло, баҫалҡы, һүрәт төшөрөргә ярата.

Ҡыҙҙарҙың тормошонда өләсәлә-ренең ҙур роль уйнауы ҡыҙҙарҙың һүҙҙәренән үк күренә.

- Ҡәҙерлебеҙ нескә күңелле, оло йөрәкле изге йән. Тәрбиәһе, беҙгә йөрәк йылыһын йәлләмәгәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уның ҡанаты аҫтында үҙебеҙҙе бер ҡурҡыныс та янамаған ҡош балалары кеүек хис итәбеҙ, бик яратабыҙ үҙен. Изге эштәренә изгелек менән яуап ҡайтарырға тейешбеҙ, - тине улар бер тауыштан.
Читайте нас: