газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 11:44

Ҡала йөҙөн биҙәй

Салауатҡа төньяҡтан кергән юлды төрлө төҫтә яҡтыртылған күркәм фонтан биҙәне. Ул «Сәнәғәт һыу каналы» предприятиеһы башланғысы менән төҙөлгән.

Быйыл ҡалала бер юлы 3 фонтан урын алды. С.Юлаев бульварында һәм ял паркындағылары хаҡында гәзиттә яҙып үткәйнек инде. «Сәнәғәт һыу каналы» ойошмаһы директоры 10 йыл элек «Водоканал Санкт-Петербург» пред-приятиеһындағы фонтандарҙы күреп ҡайтҡандан һуң, таҙартыу ҡоролмалары районында ла ошондай матурлыҡты эшләү теләге уяна.

- Ойошма ҡалаға ингән юлда урынлашҡан, кешеләр автомобиль һәм автобуста үткәндә беҙҙең бинаны күрә. Сәнәғәт предприятиеһы производство бурыстарын башҡарһа ла, уның тышҡы йөҙөнөң зауыҡлы булыуы ла мөһим. Был фонтанға ҡарап ҡала халҡының, ҡунаҡтарҙың һәм эшселәрҙең кәйефе күтерелер, тип уйлайым, - ти предприятие директоры Сергей Гаврилюк.

Фонтанды күренеп торған урынға урынлаштырыр алдынан йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре уны өс йыл элек йылға буйында эшләтеп ҡарай. Унда барыһы ла уңышлы үтә, ҡоролмалар билдәләнгән режимда эшләй. 2017 йылда «Сәнәғәт һыу каналы» предприятиеһы идаралығы алды майҙансығында фонтан төҙөлә башлай. Кәрәкле коммуникациялар үткәрелә, йыһаздар урынлаштырыла. Быйыл көндәр йылытыу менән эштәр дауам итә. Хеҙмәткәрҙәр уны Ҡала көнөнә төҙөп бөтә һәм файҙаланыуға тапшыра.

Фонтан уртаса үлсәмдә, эске диаметры ете метр. Төнөн ул ете төҫтә яна. Тирә-яғында эскәмйәләр урынлашҡан. Ҡоролма тәүлек әйләнәһенә эшләй. Әйтергә кәрәк, ҡаланан ситтә урынлашыуы сәбәпле, бында кеше күп йөрөмәй, шуға ла ул һәр ваҡыт таҙа һәм төҙөк.
Читайте нас: