газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2018, 12:08

Тантана итте ҡалам, беҙҙә булды ҙур байрам

Сал ҡылғанлы дала булған ерҙә... Салауат ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейы уҙған йома кисендә “Нефтехимиктар” мәҙәниәт һарайында рәсми рәүештә билдәләнде. Сара тарихҡа байҡау яһауҙан башланды. Сәхнәлә барған та-маша тәүге минуттарҙан уҡ тамашасыларҙы әсир итте лә, быуаттар төпкөлөнә алып китте.

Ана, сал ҡылғанлы дала буйлап баштары йүгән күрмәгән йылҡы өйөрө саба. Уларҙың тояҡтары ергә һуғылыуҙан Ағиҙел, Ашҡаҙар туғайҙары һелкенеп тора. Шул дөпөлдәү тора бара йөрәктәргә күсә, сәхнә лә, тамашасы залы ла бер бөтөнгә, бер утҡа әйләнә. Уның һайын тауыштар яҡыная, аттарҙың ярһып ер сапсып тибенеүҙәренә ҡурай моңо ҡушыла. Күп тә үтмәй майҙан уртаһына юрматы ырыуының аҡһаҡалдары сыға. Ирек һөйгән, башҡаларға ғына түгел, батшаларға ла баш бирмәгән ырыу аҡһаҡалдары Торатауҙың ҡырлас таштарына тарих яҙа.

Йылдар менән йылдар үрелеп барып, тарих беҙҙең заманға ла килеп етә. Ил етәкселәренең сал ҡылғанлы далала нефть эшкәртеү заводы төҙөргә тигән ҡарарын юрматылар хуплап ҡаршы ала.

Геологтар, төҙөүселәр, ер ҡаҙыу-сылар... Кисә генә мал көткән ауыл кешеләре бөгөн завод төҙөй, йорттар һала. Заводтың да ниндәйе бит әле, илдә тиңе булмағаны! Ә ҡала тотош башҡорт иленең ғорурлығына әйләнгән Салауат батырҙың исемен йөрөтәсәк! Тимәк, Салауатыбыҙ үлмәгән! Ул тере! Ул ҡасандыр Бүгәс яуына ҡушылыр өсөн сәфәр сыҡҡанда, саптарының төшөп ҡалған дағаһын эҙләп ҡайтҡан да, хәҙер мәңгелеккә бында, юрматы ерендә, башҡорт илендә ҡаласаҡ!

Ҡасандыр ер ҡаҙыусылар, ташсылар, һылаусылар, монтажсылар булып эш башлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар, ана, хәҙер олпат олатайҙар, ағинәйҙәргә әйләнгән. Уларҙың үксәләренә баҫып ейән-ейәнсәрҙәре ҡалабыҙҙың данын күтәрә. Ошондай данлыҡлы салауаттарға БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Мәһәҙиев мәртәбәле наградалар тапшырҙы. Был көндө рәхмәт һүҙҙәре лә, ҡотлауҙар ҙа, бүләктәр ҙә күп булды. Хеҙмәттә фиҙаҡәрлек күрһәткән данлыҡлы яҡташтарыбыҙ ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановтан да, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡулынан да Шөһрәтнамәләр, Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды. Бындай ҡыуаныс 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән бәхетле парҙарҙы ла урап үтмәне, яңы ғаилә ҡорған йәштәр ҙә тәбрикләүҙән ситтә ҡалманы.

Матур үтте байрам, күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар уятты. Мәҙәниәт һарайында йөрәктәргә йыр булып ҡунған байрам кәйефе шәмбе көнө ҡалабыҙҙың ял паркында, майҙандарҙа дауам итте.


Батыр аллеяһын фонтан биҙәй

Рәсми тантаналарҙан бер көн алда Батыр аллеяһында күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп алған фонтан асылды. Тантаналарҙан сквер гөрләп тора, бала-саға тауыштары ишетелә, күккә төрлө төҫтәге шарҙар осоралар.

- Бөгөн шул тиклем матур, ҡояшлы көн - ҡалабыҙҙың юбилейы. Билдәле булыуынса, тыуған көнгә бүләкһеҙ йөрөмәйҙәр. Бына беҙ ҙә шул айҡанлы ҡала халҡына заманса фонтан бүләк итәбеҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Салауатыбыҙҙың киләсәктә лә сәскә атыуын теләйем, - тине ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов.

Фонтан ете режимда эшләй. Төндә ҡоролма яҡтыртыла, унда йәйғорҙоң сағыу төҫтәрен күрергә була. Үҙәктән һиптертелгән һыуҙың бейеклеге дүрт метрға етә, ә периметр буйынса урылашҡандарыныҡы - ике метр.

Ул көндө башҡа саралар ҙа ойошторолдо. «Ихата чемпиондары лигаһы» ярыштары барған урын ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Уны йыл һайын уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең арта барыуы ҡыуаныслы. Әйтәйек, үткәрелә башланған йылдарҙа унда 400-ләгән генә кеше ҡатнашһа, былтыр улар һаны 2000-гә еткән. Конкурс төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙе үҙенә йыя. Бынан тыш, хакимиәт башлығы Фәрит Ғилманов торлаҡ шарттары яҡшыртыуға мохтаж тип табылған 15 ғаиләгә ер участкаларына сертификат тапшырҙы. Улары, үҙ сиратында, ҡулдарына документ алыу менән, яҡты, иркен үҙ йорттарын төҙөү тураһында хыяллана башланы. Ҡаланың иң әүҙем, иң сағыу ижади коллективтары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле мәҙәни программа байрамдағы ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.


Салауаттарҙың оҫталығы хайран итерлек

Бөгөнгө көн иртәгә тарихта ҡала, тиһәләр ҙә, Салауат ҡалаһының 70 йыллығы уңайынан өс көн буйына барған саралар салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары хәтерендә лә, ҡала йылъяҙмаһында ла алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡуйылыр, моғайын. Әйткәндәй, ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейы ошо өс көн менән генә сикләнмәне, уға әҙерләк күптәндән башланғайны. Ихаталар, скверҙар төҙөкләндерелде, йорттарға капиталь ремонттар башҡарылды, урамдарҙа асфальт яңыртылды. Бына шундай ыңғай ваҡиғалар, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр менән ҡаршы алды оло юбилейын милли батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡала.

Ҡала көнөнә арналған төп саралар мәҙәниәт һәм ял паркында үтте. Ул ысын мәғәнәһендә оло байрам тантанаһына әйләнде. Көндөң дә салт аяҙ, йылы булыуы кешеләрҙең күңеленә дәрт өҫтәп, сараларға әйҙәп торҙо. Халыҡ паркка күпләп ағылды ла ағылды. Уларҙы ҡалалағы тағы бер фонтандың асылыуы ла йәлеп иткәндер. Заманса музыка аҫтына ағымдарҙың төрлө тибрәлештә күтәрелеүен салауаттар “аһ” итеп күҙәтте. Ҡайһы бер мәлдә ул 14 метр бейеклеккә тиклем урғылды. Фонтан ҡараңғы төшкән ваҡытта төрлө төҫтәге уттар менән яҡтыртыла. Тик шулай ҙа уның тулы ҡеүәттә эшләй башлауы июль аҙағына ҡалдырылып тора, сөнки унда түшәлергә тейешле плиткалар дөрөҫ килтерелмәгән.

Һай, оҫта ла һуң Салауат халҡы! Был ҡул эше менән шөғөлләнеүеселәргә лә, йыр-моңға маһирҙарға ла ҡағыла. Был йәһәттән ныҡ берҙәм салауаттар. Һәр кем ҡулынан килгәнсә, байрамға әҙерлеккә өлөш индерергә тырышҡан. Сигеү, тегеү, бәйләүгә маһир ҡатын-ҡыҙҙар, ағас оҫтаһы булған алтын ҡуллы ир-егеттәр ситтә ятып ҡалмай, үҙ эштәрен күргәҙмәгә теҙгән. Предприятие, ойошмалар тирмәләр ҡорған, уларҙың һәр береһенең алдында, эсендә халҡыбыҙҙың йәшәйешен, тарихын сағылдырған әйберҙәр ҡуйылған, төрлө аш-һыу әҙерләнгән. Унда ҡунаҡтарҙы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Бынан тыш, паркта мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән әллә күпме тематик майҙансыҡтар булдырылғайны. Балалар ҙа, ололар ҙа рәхәтләнеп ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты. Сәхнәнән йыр-моң түгелеп торҙо. Быуаттар аша һаҡланып килгән милли көрәш Салауат ҡалаһына ла сит түгел. Төрлө йәштәге көрәшселәр майҙан тотор өсөн ҡаланан ғына түгел, күрше райондарҙан да килә. Шуға күрә бик көсөргәнешле үтә ул. Был бәйгелә Илдар Моратов абсолют еңеүсе исемен алды.

Салауаттар кисен В.И.Ленин исемен-дәге майҙанға килеп рәхәтләнеп ҡала, республика һәм Рәсәй артистарының сығыштарын ихласлап ҡараны, рәхәтләнеп бейеп, күңел асты. Тағы ла бер яңы бүләккә ҡыуанды салауаттар. Ҡала хакимиәте бинаһында 3D фор-матында ҙур күләмдәге һүрәттәрҙең сағылышы күрһәтелде. Кисә байрам салюты менән тамамланды.
Читайте нас: