Альберт Рәхимов 20-се лицейҙа һөнәр үҙләштергәндән һуң армия сафтарына алына.
- Башта Һарытауға ебәрҙеләр. Дүрт ай ҙа үтмәне, ваҡытлыса Волгоград ҡалаһына күсерҙеләр. Бәләкәйҙән махсус тәғәйенләнештәге хәрби ғәскәрҙә хеҙмәт итергә хыяллана инем, шунда эләктем дә инде. 20-се отрядҡа тәғәйенләнеләр. Тәүҙә пулеметсы, һуңынан снайпер булдым. Шунан һуң Чечняға алып киттеләр, - тип һөйләй Альберт Шакир улы.
Һалдат Кавказ яҡтарында хеҙмәтен снайпер булып дауам итә. Улар биҫтәләрҙе һаҡлай, халыҡтың именлеген тәьмин итә. Ярай әле хеҙмәттәре билдәле ваҡытҡа иҫәпләнгәндәрҙе үтә хәүефле ерҙәргә индермәйҙәр. Альберт туғандарына Төньяҡ Кавказда булыуын әйтмәй. Был турала ҡайтҡас ҡына һөйләргә мәжбүр була. Армиянан һуң төрлө ерҙәрҙә эшләй, Себер яҡтарында йөрөп ҡайта. Өйләнә, кәләше Лиана менән улдары Салауатҡа һәм ҡыҙҙары Эвелинаға ғүмер бүләк итәләр. Матди байлыҡтарға ҡарағанда, ғаилә ҡиммәттәре ҡәҙерлерәк икәнен аңлап, егет яҡындары янына ҡайтырға була. Әлеге көндә ул “Өфөгидромаш” предприятиеһында маркировкалаусы булып эшләй, бынамын тигән итеп донъя көтәләр.
Альберттың әсәһе Гөлләриә Хәнәфи ҡыҙы ул йылдар тураһында тыныс ҡына һөйләй алмай, иҫкә төшөргән һайын күҙҙәрендә йәш тамсылары күренә.
- Армияға китеүенә дүрт ай тигәндә туғандар менән улымды барып күрергә булдыҡ. Хәрби комиссариат рөхсәт бирҙе, һорашып-белешеп юлға сыҡтыҡ. Часына барып төштөк, оҙаҡ ҡына көттөк. Бер-ике көн янында булып, тәрбиәләрмен, йылы аштар менән һыйлармын, тип уйлағайным. Тик беҙгә ике сәғәттән поезд ҡуҙғаласағын, улымды Волгоградҡа алып китәсәктәрен ишеткәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Бигерәк ҡыйын булды. Туҡмастар киҫеп, бешеренеп алып барғайныҡ. Аҙ-маҙ ҡапҡылап ҡына өлгөрҙө, ҡалған күстәнәстәрҙе һалып ебәрҙек. Үҙемә урын таба алмай тороп ҡалдым. Икенсегә айырылышыу ғазаптары бәғерҙәрҙе телде. Улдарын мәңгелеккә юғалтҡан әсәләргә Хоҙай түҙемлек бирһен. Илебеҙ тыныс, баш осонда гел аяҙ күк йөҙө булһын, - ти әсә.
Альберттың Волгоградта хеҙмәт иткән еренән Рәхмәт хаты алып та шатлана ата-әсәһе.
Гөлләриә апайға һорауым: “Улығыҙ менән ғорурланаһығыҙмы?”
- Әлбиттә ғорурланам. Бер ваҡытта ла йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, ғаиләһендә яратҡан атай, һөйөклө тормош иптәше ул. Сабыйҙарын бигерәк ярата. Сит балалар өсөн дә өҙгөләнә, - ти әсә. Һүҙгә егеттең атаһы ла ҡушыла.
- Улыбыҙ тырыш, аҡыллы. Уға ҡарап һоҡланабыҙ. Беҙҙе иғтибарынан ҡалдырмай, һәр ваҡыт ярҙам итә. Өлгөлө ғаилә башлығы ла, бер минут буш ултырғанын күрмәҫһең. Әле тегендә, әле бында йүгерә, - ти Шакир Закир улы.
Ысынлап та, Альберт әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Ул Махсус тәғәйенләнеш-тәге ветерандар ассоциацияһының Салауаттағы бүлексәһен етәкләй. Бурыстары - үҫеп килеүсе йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү. Башлы-са, приюттарҙан, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алалар. Уның әйтеүенсә, балаларға бик оҡшай. “Йәш спецназовсы” лагеры тап ошо маҡсатта ойошторолған. Был өлкәләге тырыш хеҙмәте Ассоциация етәкселеге тарафынан Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
- Балалар тағы ҡасан киләбеҙ тип, талпынып торалар. Уларға ҡоралды һүтеп йыйырға, пневматик пистолеттан атырға, ҡул көрәшенә өйрәтәбеҙ, ГТО нормаларын да үтәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, армияға әҙерләйбеҙ. Һаулыҡтың ныҡ булыуы талап ителә, шуның өсөн балаларҙан табиптан белешмә алып килеүҙәрен һорайбыҙ. Армия - тормош мәктәбе. Хәҙер, етмәһә, бер генә йыл. Егеттәргә хеҙмәткә барыу кәрәк һәм мотлаҡ тип иҫәпләйем, - ти Альберт Рәхимов.