газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2018, 12:06

Алтын ҡуллы, ихлас күңелле

Һәр ҡалала оҫта ҡуллы гүзәл заттар бар. Салауатта ла байтаҡ улар. Шуларҙың береһе - Динара Мәхмүтова. Уның алтын ҡулдары ғәҙәти генә полимир балсыҡты әүәләп ысын мөғжизә барлыҡҡа килтерә.

Динара «Салауатнефтехимпроект» йәмғиәтендә контроль һәм автоматлаштырыу бүлегендә инженер булып эшләй. Төп хеҙмәтенән тыш, ҡул эштәре менән дә шөғөлләнә. Бәләкәй сағынан уҡ ул ҡурсаҡтар тегә, сәйләндән зауыҡлы әйберҙәр яһай. Сәскә төрлө биҙәүестәр әҙерләргә лә әүәҫләнеп ала. Үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләгән гүзәл зат ете йыл элек интернеттан ҡарап полимер балсыҡтан әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Алтын ҡуллы Динараның тәүге ҡул эштәре бик уңышлы ғына килеп сыға. Ул балсыҡтан алҡа, мәрйендәр әүәләй. Оҫта үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡты таныштарына, туғандарына бүләк итә. Ҡасандыр яратҡан шөғөлө һуңынан уның табыш алыу сығанағы булыр тип, кем уйлаған. Һуңғы осорҙа заказдар ҙа күбәйҙе, ти Динара Мөнир ҡыҙы. Фатиры үҙенсәлекле сәнғәт донъяһын хәтерләтә. Эштәренең һәр береһе мөғжизәле биҙәктән хасил, улар бер-береһен ҡабатламай.

- Был эш менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлауыма ике йыл тирәһе генә булыуға ҡарамаҫтан, балсыҡ әйберҙәрен эшләтергә теләүселәр бик күп, уларҙы үтәргә ваҡыт ҡына булһын. Ярты көн эсендә үҙенсәлекле әйбер яһарға мөмкин. Әле бына бакалдарға балсыҡтан төрлө һүрәттәр яһайым. Берәүҙә лә булмаған алҡа, мәрйендәр, беләҙектәр матур, сағыу килеп сыға. Шулай уҡ был әйберҙәр һәр беребеҙҙең интерьер биҙәге лә була ала. Был үҙенә күрә милли колоритлы зауыҡ, минеңсә. Шөғөлөм миңә бик оҡшай, нер-выны ла тынысландыра. Минең өсөн был заман һулышы ла, мода ла түгел, ә күптәнге хыялым, - ти оҫта.

Өс бала әсәһе хеҙмәттән тыш, балалар тәрбиәләргә, яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Таныштары ла Динараның оҫталығына һоҡланып ҡына ҡалмай, унан ҡул эштәренә өйрәнергә тырыша. Бына шулай ғүмерҙең бер минутын да юҡ-барға сарыф итмәй, кешегә яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өләшеп йәшәй Динара.
Читайте нас: