Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 12:01

Теләһәң - Ҡара диңгеҙгә, теләһәң - Янғантауға...

Республиканың климатына бәйле “Беҙҙә 9 ай ғына ҡыш, ҡалғаны тулыһынса йәй”, тигән шаяртыу бар. Ана шул тулыһынса йәй миҙгелендә һәр кемдең ял иткеһе, сәләмәтлеген нығытҡыһы килә. Шуға ла улар отпускыһын йәй айҙарында алырға тырыша. Кемдер сит ил, Рәсәй, Ҡырым курорттарында ял итеүҙе хуп күрһә, икенселәре республиканың гүзәл тәбиғәтенә хозурлана, йылға-күл буйҙарына сыға, тауҙарға артыла, ялын сәләмәтлектәре өсөн файҙаланып, шифаханаларға юлламалар ала.

Башҡортостаныбыҙ шифаханалары менән дан тота. Яңыраҡ, мәҫәлән, беренсе Вьетнам космонавы Фам Туан «Красноусол» шифаханаһында ял итәсәге, һауыҡтырыу процедураларын үтәсәге билдәле булғайны. Ә Рәсәй космонавтары элек-электән бында сәләмәтлектәрен нығыта. Был дауалау йорто аш һеңдереү ағзалары, тын алыу, терәк‑хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, тире, гинекология, урология һ.б. ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 510 урынға иҫәпләнгән. Төп дауалау факторҙары: Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, ләмле карбонат‑силикатлы батҡаҡ һәм климат. Бальнеотерапия, ләм менән дауалау, диетотерапия, физиотерапия, фитотерапия, дауалау массажы, дауалау физкультураһы, рефлексотерапия, гирудотерапия һ.б., пластик хирургия һәм косметология бүлексәләре эшләй. “Һаулыҡ йорто” Бөтә Рәсәй форумдарында “Красноусол” шифаханаһы алтын миҙалдарға лайыҡ булған.

Күптән түгел Рәсәйҙәге “Tvil.ru” агентлығы хәбәр итеүенсә, “Яҡтыкүл” шифаханаһы быйылғы йәйге ял өсөн иң популяр 10 курорт исемлегенә ингән. Рейтинг 2018 йылдың 1 июненән 31 авгусына ҡәҙәр йәшәү өсөн ҡунаҡ­ханалар, фатирҙар һәм йорттар бронләү һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән (Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттар инмәй).

«Янғантау» шифаханаһы - Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1937 йылда асылған. Өфө ҡалаһынан 220 саҡрым алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Дауалау ысулдарын һанап бөткөһөҙ. Әлбиттә, шифалы ләм менән бер рәттән, дауалауҙың башҡа ысулдары ла киң ҡулланыла. Мәҫәлән, диңгеҙ сифаттарына эйә ылыҫлы, радонлы, “ынйылы” ванналар тәҡдим ителә. Заманса ҡорамал менән йыһазландырылған физиотерапия бүлегендә магнит, ультратауыш һәм башҡаһы менән дауалау ысулдары бар. Дауаланыусылар һыу аҫты массажына ҙур теләк менән йөрөй. Стоматология кабинеты ла буш тормай. Массажға ла иғтибар ҙур. Шифаханала уның төрлө ысулдары ҡулланыла. Ә заманса бассейн иһә - йәше-ҡартының яратҡан урыны. Ял итеүселәр өсөн күңел асыу үҙәге эшләй.

Шифахананың төп дауалау факторы - тәрән Ер аҫтынан сыҡҡан пар һәм составында әүҙем микроэлементтар, органик һәм гумус матдәләр, спиртлы сумала булған газ. Ул тәнде ял да иттерә һәм бер үк ваҡытта уның туҡымаһында матдәләр алмашыныу процесын көсәйтә, ҡандың ағыусанлыҡ үҙенсәлеген яҡшырта, липид һәм аҡһым алмашыныуын нормалләштерә. Дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +160С булған аҙ ми­не­ралләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла. Тәпәш тау курорты булған «Янғантау»ҙа башлыса ҡоро һауа, ул юғары дәрәжәлә саф һәм еңелсә иондар менән байытылған. Ҡояш­лы көндәр буйынса бындағы күрһәткестәр Рәсәйҙәге һәм Көнбайыш Европалағы күп ку­рорттарҙың шул уҡ параметрҙарынан юғары.

Республикабыҙ тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе - урман. Иң күп таралған ағастарҙан ҡайын, уҫаҡ, йүкә, ҡарағай, имән, саған һанала. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар ҙа, кейектәр ҙә байтаҡ. Республикала ике дәүләт заповеднигы бар: Башҡорт һәм “Шүлгәнташ”. Данлыҡлы “Бөрйән ҡорто” тип йөрөтөлгән кейек ҡорт тик Шүлгәнташта ғына саф көйө һаҡланған. Ошонда уҡ бөтә донъяға билдәле “Шүлгән мәмерйәһе” бар.

Тәбиғәт күрке ул - һыу. Башҡортостанда йылғалар һәм күлдәр бик күп. Йылғалар мул һыулы. Уның Дим, Ҡариҙел, Ашҡаҙар, Һаҡмар, Яйыҡ, Йүрүҙән йылғалары данға күмелгән. Иң ҙур йылға - Ағиҙел. Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Өргөн күлдәре буйында ял йорттары һалынған. Иң ҙур күл - Асылыкүл.

Республикала 1000 күл, 600 йылға, 50-нән ашыу минераль сығанаҡ иҫәпләнә. Дарыу үләндәре үҫтереү буйынса 11 заказник бар, 16 дәүләт, 90 республика заказниктары эшләй. Павловка, Нөгөш, Карман һыуһаҡлағыстары бар. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Уралда иң эреләрҙән һанала. Ул 252,8 мең гектар ерҙе биләй. Шуның иң ҙур өлөшө - 90 проценты республикабыҙҙың Белорет районына ҡарай. Ҡурсаулыҡ Силәбе өлкәһенең бер өлөшөн дә үҙ эсенә ала. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәләрендә бейеклектәре 1300-1400 метрға еткән Машаҡ, Зигәлгә, Нәре, Күмерҙәк һырттары һәм көньяҡ Урал тауҙарының иң бейек нөктәһен тәшкил иткән Ямантау массивы урынлашҡан. Уның бейеклеге - 1644 метр. Шулай уҡ Оло Инйәр, Кесе Инйәр, Йүрүҙән йылғалары ошо ҡурсаулыҡтан баш ала. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бик бай. Һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең күплеге менән ҡурсаулыҡ башҡаларҙан айырылып тора. 12 төр үҫемлек - Рәсәйҙең, 66 төрө Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән. Хайуандарға килгәндә, әлегә 275 төр умыртҡалы хайуандың көн итеүе билдәле. 198 төрҙәге ҡош һәм 18 төр балыҡ йәшәй. Улар араһында таҙа һыуҙы ғына үҙ иткән бағры, бәрҙе балыҡтары бар.


Читайте нас: