Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 11:07

Үҙ ереңдә - үҙ йортоң

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2019 йылда муниципалитеттарға ташламалары булған граждандарға ер участкалары биреү буйынса эште күбеһенсә тамамларға, ә ҡалаларға участкалар менән тәьмин ителгәнлек буйынса уртаса 50-60 процент кимәленә сығырға ҡушты. Ә 2020 йылда был мәсьәлә көн тәртибенән алынырға тейеш.

Республикала ер участкалары менән күп балалы, инвалид балалары булған ғаиләләр, шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булып иҫәптә торған граждандар, алдан йәш ғаилә булараҡ иҫәпкә ҡуйылған бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тәьмин ителә.

- 2012 йылдан алып 52 меңгә яҡын участка бирелгән. Әммә сиратта - тағы ла 37 меңдән ашыу ғаилә, - тине яңыраҡ ошо темаға арналған кәңәшмәлә төбәк етәксеһе. - Беҙҙең алда киләһе йылға ишле ғаиләләр өсөн ер участкалары мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Был категория беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө. Шундай бурысты беҙгә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡуя.

Башҡортостанда 51480 күп балалы ғаилә йәшәй. Уларҙан 30 меңгә яҡын ғаилә участка алған инде. Был Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе һөҙөмтә.

Ҡайһы бер райондарҙа бөтә ишле ғаиләләр ер участкалары менән тәьмин ителгән. Ҡайһы бер муниципалитеттар ныҡ ҡына ҡалыша. Хәл бөтөнләй ҡатмарлы булған район һәм ҡала округтары бар.

- Формаль рәүештә мәсьәләне хәл итеү буйынса раҫланған юл карталары бар, әммә улар йыш ҡына үтәлмәй. Сәбәптәр бер нисә, шул иҫәптән ер участкаларында инженер, социаль инфраструктура булдырыу өсөн финанс етмәү. Бынан тыш, ҡала округтары һәм муниципалитеттар араһында килешә алмаусанлыҡты күрәбеҙ. Ер мәсьәләләре ҡатмарлы, ауыр, йылдар буйына хәл ителә. Йыш ҡына һуҙылыу бөтә кимәлдәрҙәге битарафлыҡҡа бәйле. Ә беҙгә халыҡҡа ярҙам итергә кәрәк, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе өҫтәмә финанслауҙа республика бюджетынан муниципаль бюджет берәмектәренә трансферттар биреү тәжрибәһен ыңғай баһалай.

- Проблеманы комплекслы, система-лы нигеҙҙә хәл итергә кәрәк. Федерация төбәктәренең тәжрибәһен өйрәнеү мөһим, - тине Рөстәм Хәмитов. - Ыңғай хәл итеү варианттары бар, шул иҫәптән ер участкалары биреү мөмкинлеге булмаған урында торлаҡ алыуға социаль түләүҙәр биреү аша. Ҡайһы бер субъекттарҙа ишле ғаиләләр өсөн ер участкалары булдырыу буйынса дәүләт программалары эшләй. Бындай участкаларҙы инженер һәм юл инфраструктураһы менән тәьмин итеү буйынса программалар бар. Һис шикһеҙ, бөтә был тәжрибә менән файҙаланырға һәм был мәсьәләгә ныҡлап тотонорға кәрәк.

Салауат ҡалаһына килгәндә, айырым категория граждандарына ер участкалары биреү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала. Былтыр ергә торгтар үткәреү иҫәбенә ҡала бюджеты 118 млн һумға тулылана алыр ине, әммә ҡала етәкселеге белдереүенсә, был суммаға шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай 195 ер участкаһы бирел-гән. Ҡаланың «Көнбайыш» биҫтәһендә мохтаж булған граждандарға - 606, Мәлә-үез районының Ромодановка ауылында 200 ер участкаһы межаланған һәм дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған. Был билә-мәләрҙә автомобиль юлдарын, инженер коммуникацияларын һалыу буйынса проекттар әҙерләнә.


Читайте нас: