газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 12:18

Ҡала көнө менән, салауаттар!

Ҡәҙерле дуҫтар! Ихлас күңелдән һеҙҙе беҙҙең барыбыҙ өсөн дә уртаҡ байрамыбыҙ – Ҡала көнө менән ҡотлайым! Кем Салауатыбыҙҙы ярата, уның киләсәге өсөн фиҙакәр хеҙмәт итә, ысынлап та, улар өсөн был оло байрам.

Салауат – йәш ҡала, ләкин ошо ете тиҫтә йыл эсендә ул үҙен тормошобоҙҙоң һәр тарафында ла алға, яңынан-яңы бейеклектәргә ынтылыусан, ҙур сәнәғәттә лә, иҡтисадта ла, социаль өлкәлә лә уңыштарға ирешеүсән итеп күрһәтте.

Ҡаланың тәүге нигеҙ ташын һалыусы төҙөүселәр ошо күркәм ҡалала йәшәүселәр бәхетле ғаиләләр ҡорһон, балалар үҫтерһен, хеҙмәттә лә, ижади өлкәлә лә һәр ваҡыт алғы сафтарҙа булһын, тип уйлағандарҙыр.

Тәү сиратта Салауат – ул нефть эшкәртеү ҡалаһы булып танылыу алды. Ошо сәбәпле ҡалабыҙ Башҡортостан Республикаһында ҙурлығы буйынса өсөнсө урынға сыҡты, ә инде социаль – иҡтисади күрһәткестәр буйынса беҙ күп осраҡта алғы сафтарҙа киләбеҙ.

Ҡалаға нигеҙ һалыусы “Газпром нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй кимәлендәге иң эре предприятиеларҙың береһе булараҡ, бөгөнгө көн экология талаптарына яуап биргән заманса производстволарға һулыш өрә, ул инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән дә һынау майҙаны. Бында шулай уҡ белемле кадрҙар әҙерләү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ етәкселегенең атайҙарса хәстәрлеге арҡаһында ҡалабыҙҙың йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе: яңы йорттар, социаль объекттар барлыҡҡа килә, мәғариф, спорт, һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә.

Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡалабыҙ заман менән бергә атлай, киләсәккә өмөт менән баға. Беҙ берҙәм, татыу булһаҡ, тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешәсәкбеҙ, яратҡан ҡалабыҙҙы күпкә яҡшыраҡ, матурыраҡ, унда йәшәгән кешеләрҙе бәхетлерәк итәсәкбеҙ. Бының өсөн беҙҙең көсөбөҙ ҙә, теләгебеҙ ҙә, мөмкинселегебеҙ ҙә бар.

Уңыштар һеҙгә, салауаттар! Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, уңыштар һәм изгелектәр генә юлдаш булһын! Байрам менән!


Читайте нас: