газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 13:11

Пенсия йәше лә, түләүҙәр ҙә арта

Яңыраҡ Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу хаҡында Закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индереү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. 14 июндә Министрҙар кабинеты Закон проектын хупланы. Проектҡа ярашлы, пенсия йәшен ирҙәр өсөн - 65, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәш тип билдәләргә тәҡдим ителә. Реформа 2019 йылдан башланасаҡ һәм этаптар буйынса тормошҡа ашырыласаҡ.

Рәсәйҙә 46,5 миллион пенсионер йәшәй (халыҡтың дөйөм һаны - 146,8 миллион). Хаҡлы ялдағыларҙың 25 проценты эшләүен дауам итә. Пенсия йәшен арттырыу демография хәле үҙгәреү менән аңлатыла. Илдә хаҡлы ялдағылар арта, эшкә һәләтле кешеләр һаны кәмей. Пенсияға етеү йәшен күтәреү - ҡотолғоһоҙ сара, ул ғына пенсионерҙарҙың тормошон яҡшырта ала, тип иҫәпләй иҡтисадсылар. Рәсәй Европа һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән иң һуңғыларҙан булып пенсия йәшен күтәрә. Быға тиклем пенсия йәше 62 йыл дауамында үҙгәрмәне. Был ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған ваҡытта эшләнә, ти белгестәр. Росстат фаразлауы буйынса, 2024 йылда ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо 72,3 йәш (әлегенән 5,8 йылға күберәк), ҡатын-ҡыҙҙарҙың 82,1 йәш (4,5 йылға ҙурыраҡ) булыуы көтөлә.

Реформа ауыр шарттарҙа эшләү һөҙөмтәһендә алдан хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә булыусыларға (шахтерҙар, металлургтар, тимер юлсылар һ.б.) ҡағылмай.

Шулай уҡ социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы тейеш кешеләр (8 йәшкә тиклемге инвалид бала тәрбиәләүсе йәки 5 һәм унан күберәк бәпес тапҡан ҡатындар, күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтар һ.б.) өсөн үҙгәрештәр булмаясаҡ.

Тәүгеләрҙән булып реформаға 1959 йылғы ир-егеттәр һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар эләгә. Улар пенсияға бер йылға һуңыраҡ сыға - 2020 йылда 61 һәм 56 йәштә.

1960 йылғы ир-егеттәр һәм 1965 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар пенсияға 2022 йылда - 62 һәм 57 йәштә сыға ала.

1961 йылғы ир-егеттәр һәм 1966 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2024 йылда 63 һәм 58 йәштә.

1962 йылғы ир-егеттәр һәм 1967 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2026 йылда 64 һәм 59 йәштә.

1963 йылғы ир-егеттәр һәм 1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2028 йылда 65 һәм 60 йәштә.

1969 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2030 йылда 61 йәштә, 1970 йылғылар — 2032 йылда 62 йәштә, 1971 йылғылар 2034 йылда 63 йәштә хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә була.

Пенсиялағыларға реформа ҡағылмай. Шулай уҡ пенсия льготалары ла үҙгәрмәй. Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ведомство яңы законды тулы күләмдә башҡарырға әҙер. «Яңы закон әле пенсия алған пенсионерҙарға ҡағылмай. Республикабыҙҙа уларҙың һаны - 1 миллион 200 мең. Беҙҙең айлыҡ сығымдар 16 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Һуңғы 15 йылда беҙҙә пенсия түләү буйынса өҙөклөктәр булманы, Башҡортостанда бурысыбыҙҙы ваҡытында һәм тулы күләмдә үтәйбеҙ. Өлкән йәштәгеләргә борсолорға кәрәкмәй, улар артабан да бөгөнгө кеүек үк пенсия алыуын дауам итә. Эшләгәндәр пенсия фондына күсерелгән түләүҙәрҙе алырға тейеш. Төҙәтмәләрҙе һәм пенсияны яңынан иҫәпләүҙе беренсе августа ғәмәлгә ашырабыҙ, был автоматик режимда башҡарыла», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Пенсия йәше оҙайтылыуы түләүҙәрҙә лә сағылыш табырға тейеш. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, 2020 йылдан алып пенсия йыл һайын 1 мең һумға артып барасаҡ. Һөҙөмтәлә пенсия эш хаҡынан 40 процентҡа кәм булмаҫҡа тейеш. Хөкүмәттә социаль өлкә өсөн яуаплы вице-премьер Татьяна Голикова киләһе йылда пенсия ике тапҡыр күтәрелә, тип белдерҙе. Индексация февралдә һәм апрелдә көтөлә. Тәүгеһендә түләү инфляцияға бәйле арттырыла, икенсе осраҡта пенсия фонды табышына ҡарап күтәрелә.

Гөлдәр Ҡаҙаҡбаева:

- Беҙҙең коллективта алтмышын уҙып эшләп йөрөүселәр бар. Кемдер эшен ярата, ташлағыһы килмәй, һаулыҡ яғынан да шәптәр. Бәғзеләр балаларына аҡсалата ярҙам булһын тип ныҡыша. Һәр хәлдә уларҙың оло йәштә булыуҙары хеҙмәт сифатында бер нисек тә сағылмай, йәштәр менән бер рәттән эшләйҙәр, йәшерәктәргә һәр яҡлап ярҙам итәләр, тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.

Рим Ғиләжев:

- Был хаҡта әллә ҡасандан бирле һөйләйҙәр, шуға күрә көтөлгән яңылыҡ ул. Тик ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшен, ир-аттарҙыҡына ҡарағанда, күберәккә оҙайтыуҙарын аңлап етеңкерәмәйем һәм бының менән килешмәҫ инем. Уларға 60 йәштән булһын. Был үҙгәреш һөҙөмтәһендә пенсия күләменең артыуын вәғәҙәләүҙәре лә бер аҙ ҡанатландырғандай.

Рәшиҙә Моратова:

- Эйе, беҙҙе башҡа илдәр менән сағыштырырға яраталар. Тик Рәсәйҙә бит тормош шарттары ауыр. 55-60 йәшлектәрҙең күбеһе инде сирле, улар әлеге пенсия йәшенә тиклем ауырлыҡ менән барып етә. Хөкүмәттең был ҡарары, ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, төптән уйланылмай эшләнелгән. Минеңсә, пенсия йәшен күтәрмәйсә лә пенсия һәм хеҙмәт хаҡтарын арттырыу мөмкинлектәре бар.
Читайте нас: