- Ҡала хакимиәте матур юбилейға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләне. Тәүгеһенә килгәндә, ул йөрәк формаһында эшләнгән. Ҡалаға булған һөйөүҙе, яратыуҙы символлаштыра. Ике метрлыҡ конструкция ныҡлы металл каркастан тора, яһалма үлән менән биҙәлгән, төрлө һауа температураларына сыҙам. Монтажлау тамамланыуға биш минут та үтмәне, янында фотоға төшөргә теләүселәр, селфи яһаусылар табылды. Ул оҙаҡ ваҡыт ҡаланы биҙәп, йәмләп торор әле. Ә «Салауат» тигән яҙыуҙың бейеклеге - бер метр, оҙонлоғо 7,3 метр. Ҙур, эре хәрефтәрҙең эсенә диодлы лампочкалар урынлаштырылған. Төндә улар матур итеп яна, әйтерһең, Салауат үҙенә саҡырып торғандай. Ҡала халҡының ҡоролмаларҙы вандалдарҙан һаҡларына, уға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырҙарына ышанғы килә, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Лилиә Кубицкая.
Социаль селтәрҙәрҙәге фекер алышыуҙарға ҡарап, арт-объекттарҙың күптәргә оҡшауын фаразларға мөмкин. Күптәр уның янында фотоға төшә, һоҡланып ҡарап уҙалар. Киләсәктә улар тағы ла күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡала йәмәғәтселеге.