Күптән көтөп алған Ҡырым күпере асылды. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Үҙе самосвал руле артына ултырып иң беренсе булып күперҙән йөрөп ҡараны.
Көньяҡҡа машина менән ял итергә барырға теләүселәр бөгөн Керчь боғаҙы аша елдереп үтә ала. Элек иһә ил халҡы борам менән генә бара ала ине. Күпер быйыл декабрҙә асылырға тейеш ине, әммә төҙөүселәр был эште тиҙләтте, күпер ярты йылға иртәрәк файҙаланыуға тапшырылды.
Быға тиклем дә Ҡырым күперен бер нисә тапҡыр төҙөргә маташҡандар. Тик Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ғына ул бойомға ашты. 227,92 млрд һумға төшкән Ҡырым күперенең оҙонлоғо - 19 км. Ул Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла иң оҙоно һанала. Трасса Тамань ярымутрауынан башланып, Тузла утрауы аша уҙа һәм Керчь боғаҙын үтеп, Ҡырым ярына килеп сыға. Күпер диңгеҙ өҫтөнән 35 метр бейеклектә урынлашҡан. Дүрт һыҙатлы автомобиль трассаһы, ике тимер юлы булған күпер аша йылына 14 миллион пассажир, 13 миллион тонна йөк үтә ала.
Ҡырым күпере асылғас, Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә теләүселәр күпкә артасаҡ, тип күҙаллана. Әле унда 5,6 миллион турист йөрөһә, артабан 4 миллион кешегә күбәйәсәк. Күпер хәүефһеҙ, тип белдерә төҙөүселәр. Уны ерҙән дә, һыуҙан, һауанан да күҙәтеп торасаҡтар. Шул иҫәптән террорсылар был тирәлә йөрөмәһен өсөн тиҙ йөрөшлө «Йыртҡыс» катерҙары әҙер тора. Автотуристар өсөн Ҡырымға барыу юлы өҫтөндә ауыл хужалығы продукцияларын һата торған ваҡытлыса баҙарҙар һәм ял итеү урындары асыласаҡ. Шулай уҡ машина юлдары карталары әҙерләнә. Әйтергә кәрәк, Ҡырымдағы ҡунаҡханаларҙы, уҙған йыл ошо осор менән сағыштырғанда, 10-20 процентҡа күберәк бронләгәндәр. Шул уҡ ваҡытта белгестәр Краснодар крайы шифаханаларына хаҡтар ҡырҡа артасағын киҫәтә.
Батальное - Каменское - Владиславовка - Первомайское ауылдары маршруты буйынса Феодосия ҡалаһын урап үтә торған юлды ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡырымдың көнбайышы: Саки, Евпатория, Черноморское, Раздольноеға тиҙерәк барып етеү өсөн йәки ҡайтыу өсөн Джанской трассаһы буйынса урап үтеү юлын ҡулланырға кәрәк. Трассаны 1 июндә асырға ниәтләйҙәр. Машина йөрөтөүселәр өсөн махсус юл һәм навигация билдәләре ҡуйыласаҡ. Өфөнән Ҡырымға тиклем еңел машинала юл - 2500 км тирәһе.
Ярымутрау Ҡара диңгеҙ эсенә тәрән инеп ултырғанлыҡтан, көньяҡтан һәм көнбайыштан уны диңгеҙ йыуа; Ҡырым ярымутрауы, үҙен көнсығыштан йыуыусы Аҙау диңгеҙен Ҡара диңгеҙҙән айыра. Ҡырым ярымутрауының яр буйы оҙонлоғо 2500 километрҙан артыҡ; шуның 50 процентҡа яҡыны Сиваш буйы ярына, 750 километры Ҡара диңгеҙгә һәм 500 километрға яҡыны Аҙау диңгеҙенә тура килә. Ҡырымдың дала өлөшөндә (июлдең икенсе яртыһында) көндөҙгө һауа температураһы +35…+37 °C, күләгәлә, төндә +23…+25 °C етә.