газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2018, 16:40

«Уңайлы мөхит» уңайлы булһын

Ауырыу хәлен һау белмәй, тигән халыҡ мәҡәлен ҡат-ҡат ҡабатлаһаң да, ул үҙ асылын бер ваҡытта ла юғалтмай. Сәләмәт кешегә нимә ул, ниндәй генә бина булмаһын, «һә» тигәнсә ике баҫҡысты бер итеп менеп, ишекте шарт итеп асып керә лә китә. Ә бына инвалидтарға бәләкәй генә кәртәләрҙе йырып сығыу өсөн дә күп көс талап ителә.

Ауырыу хәлен һау белмәй, тигән халыҡ мәҡәлен ҡат-ҡат ҡабатлаһаң да, ул үҙ асылын бер ваҡытта ла юғалтмай. Сәләмәт кешегә нимә ул, ниндәй генә бина булмаһын, «һә» тигәнсә ике баҫҡысты бер итеп менеп, ишекте шарт итеп асып керә лә китә. Ә бына инвалидтарға бәләкәй генә кәртәләрҙе йырып сығыу өсөн дә күп көс талап ителә.

Дәүләттең “Уңайлы мөхит” федераль программаһы шул мәсьәләләрҙе хәл итеү яғынан ҡабул ителде. Элегерәк күптәр программа үтәлешенә еңел-елпе ҡарай ине, уңайлыҡтарҙы күҙ буяр өсөн генә булдырҙы. Ә хәҙер талаптар үҙгәрҙе, ҡәтғиләште. Күптән түгел ҡала автовокзалында булырға тура килде. Шунда күҙем физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн булдырылған кассаға төштө. Дөрөҫ, сиратта бер кем дә юҡ. Эстән генә, был исем өсөн генәме, әллә ысынлап та ғәмәлдәме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Быны асыҡлау өсөн автовокзал начальнигы Сулпан Фазләхмәтовҡа мөрәжәғәт иттем. Күңелемдәге һорауҙы биргәс: «Әйҙәгеҙ, булмаһа, үҙегеҙ тикшерегеҙ», - тине етәксе. Төймәгә баҫам. Күрше бүлмәнән кассир килеп, бәйләнеш булдырҙы. Ул индукцион элмәк системаһы буйынса эшләй икән. Был яҡшыраҡ ишетергә мөмкинлек бирә. Касса тәпәшәк кенә, коляскалағы пассажир бер ҡаршылыҡһыҙ билет һатып аласаҡ. Шулай уҡ инвалидтар өсөн махсус бәҙрәф урынлаштырылған. Саҡырыу төймәһенә баҫыу менән ишекте астылар. Бөтә ерҙә хәүефһеҙлек саралары күрелгән, стандарттарға тап килә. Бынан тыш, һуҡырҙар өсөн махсус резина таҫмалар һуҙылған, таймай торған тактиль плитәләр, келәм түшәлгән.

- Бөтә был уңайлыҡтар «Уңайлы мөхит» программаһына ярашлы 2016 йылда булдырылды. Йәмғеһе 1 миллиондан ашыу сумма аҡса сарыф ителде. Йыл һайын Роспотребнадзор тикшерә. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, бөтә нәмә талаптарға яуап бирә. Вокзал тирәһенә сит транспорт инеү тыйылһа ла, беҙ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн машина ҡуйыу урынын ҡулайлаштырҙыҡ. Күрәм, киләләр, файҙаланалар, - ти Сулпан Ильяс улы.
Читайте нас: