Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2018, 16:05

Һорауҙар бар икән, яуаптар табылырға тейеш

Ҡала халҡында урындағы власть вәкилдәренә йыш ҡына һорауҙар тыуып тора. Салауаттар үҙҙәрен борсоған проблемалар менән хакимиәт вәкилдәренә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн аҙна һайын күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторола.

Ҡала халҡында урындағы власть вәкилдәренә йыш ҡына һорауҙар тыуып тора. Салауаттар үҙҙәрен борсоған проблемалар менән хакимиәт вәкилдәренә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн аҙна һайын күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторола.

Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановтың сираттағы халыҡты ҡабул итеүе 8-се торлаҡ идаралығында үтте. Уға төрлө йүнәлештәге һорауҙар менән килгәйне салауаттар. Шулай ҙа кешеләрҙе борсоған проблемалар араһында иң күбе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенән. Мәҫәлән, Губкин урамындағы 17-се йортта йәшәүселәр иҫбатлауынса, йылылыҡ биреү ҡоролмаһының етешһеҙлектәре арҡаһында, уларға коммуналь хеҙмәт өсөн артыҡ түләргә тура килә. Космонавтар бульварындағы 48-се йортта йәшәүселәр өй алдындағы соҡорҙан арыған. Былтыр ул биләмәлә балалар майҙансығы ҡуйылған, әммә соҡор тигеҙләнмәй ҡалған. Шулай уҡ осрашыуҙа Калинин урамындағы таш-ландыҡ профилакторий алдының ни өсөн йыйыштырылмауы хаҡында һорау яңғыраны. Ҡала башлығына мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе үҙе йәшәгән йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан сауҙа нөктәләренең ныҡ шау-шыу тыуҙырыуына зарланды. Фәрит Фәррәх улы ведомст-воларға урынға сығып, хәлдәрҙе тикше-рергә һәм тейешле саралар күрергә ҡушты.

Йүнселдәрҙең береһе ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында аттракциондар ҡуйыу теләген белдерҙе. Ҡала башлығы көҙөн үткән асыҡ тыңлауҙарҙа халыҡтың был идеяға ҡаршы сығыш яһауын әйтте. Шулай ҙа эшҡыуар балаларға күңел асыу мөмкинлектәрен тыуҙырырға теләй икән, урын табырға мөмкин, тине Фәрит Ғилманов. Хакимиәт башлығы аноним наркомандар ойошмаһына урын бүлеүҙә, актив спорт һөйөүселәргә Өфөләге велосипедсылар байрамына барыуҙа ярҙам итергә вәғәҙәләне.
Читайте нас: