Беҙҙең ҡалала яңы технология буйынса инновацион битум етештерелә. Юлдар һалғанда һәм ремонтлағанда ошо материалды файҙаланыу юлдарҙың оҙаҡ хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында «Битум» заводы производствоһы менән танышты һәм юлсылар алдына тап ошо заманса битумды ҡулланыу бурысын ҡуйҙы.
- Сифатһыҙ битум арҡаһында асфальт япмалары тиҙ таушала, соҡорҙар барлыҡҡа килә. Юлсылар сығымдарҙы кәметергә тырышып арзаныраҡ битум ала, әммә уның сифаты түбән. Шуға был өлкәлә етди контроль урынлаштырырға кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
Тап төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса, 2017 йылдың икенсе яртыһында Америка технологияһы нигеҙендә Рәсәй шарттарына яраҡлаштырылып эшләнгән «СПАС» системаһы индерелә башлай. Яңы стандарттағы битумды сығарыу өсөн 2017-2018 йылдарҙа предприятиела техник яңыртыу уҙғарыла. Проектты тормошҡа ашырыуға 500 миллион һум инвестиция йүнәлтелә. «Битум» заводы хәҙер йылына 500 мең тонна юғары сифатлы битум етештерә ала. Республика өсөн бындай күләмдә материал артығы менән етә. Яңы технологиялар нигеҙендә әҙерләнгән продукция иң юғары һәм иң түбән һауа температураһына ла, юлдағы ҙур транспорт ағымына ла сыҙам булырға тейеш. Шуға күрә битумдың хеҙмәт итеү срогы ла оҙая. Предприятиенан белдереүҙәренсә, производство тулыһынса автоматлаштырылған. Тейешле һынауҙар уҙғарыу өсөн завод заманса лаборатория менән йыһазландырылған.