Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2018, 16:00

Ҡалала яңы юлдар, сквер һәм фонтандар

Салауат ҡалаһы быйыл үҙенең матур юбилейын билдәләй. Был датаны лайыҡлы итеп ҡаршы алыу өсөн Салауаттың әле бер ерендә, әле икенсе урынында төҙөкләндереү эштәре бара. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов бурыстарҙың үтәлешен етди контролдә тота. Ошо көндәрҙә ул бер нисә объектта булып, эштәр барышы менән танышты.

Салауат ҡалаһы быйыл үҙенең матур юбилейын билдәләй. Был датаны лайыҡлы итеп ҡаршы алыу өсөн Салауаттың әле бер ерендә, әле икенсе урынында төҙөкләндереү эштәре бара. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов бурыстарҙың үтәлешен етди контролдә тота. Ошо көндәрҙә ул бер нисә объектта булып, эштәр барышы менән танышты.


Юлдар, юлдар

Иң тәүҙә ҡала етәксеһе Салауатҡа төньяҡтан инеү юлындағы ремонтты ҡара-ны. Былтыр Беренсе май урамындағы Нуриманов ура-мы киҫелешенән комбинат боролошона тиклемге юлдың бер яғында асфальтты яңырт-ҡайнылар, быйыл икенсе яғында эштәр алып барыла. Был маҡсатҡа 10 млн һум йүнәлтелә. Фәрит Фәррәх улы под-рядсы ойошмаһына ҡуйылған бурыстарҙы яуаплы үтәүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ҡала башлығы юл ремон-тына бәйле тағы ла бер объектта булды. Ул Калинин урамында «Махсус автохужалыҡ» алып барған эштәр менән таныш-ты. Әйткәндәй, ойошма был участкала бурыстарҙы ваҡы-тынан алда башҡарып та бөттө.

Ихаталар

Ҡаланы төҙөкләндереүгә бәйле иғтибар үҙәгендә булған икенсе эш төрҙәре - ул йорт ихаталарын матурлау. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы ҡараған Йылға урамындағы 2-се һәм 4-се өйҙәр янындағы майҙанда балалар майҙансығын урынлаштырыу, уны видеокүҙәтеү менән йыһазландырыу, тротуарҙарҙы яңыртыу, транспорт ҡуйыу урыны булдырыу планлаш-тырыла. Был эште йорт милекселәре «Башҡортостан ихаталары» программаһы ярҙамында атҡарып сығырға уйлай. Ошо уҡ программаға Калинин урамындағы 5-се, 9-сы, 11-се, 13-сө һәм Ленин урамындағы 37-се йорттар ингән. Йылға урамындағы проектты тормошҡа ашырыуға 2 млн 700 мең һум кәрәк булһа, Калинин урамындағы проект күләмлерәк - 5 млн һумлыҡ. Һәр йорт алдын яҡтылыҡ менән тәьмин итеү, йәшелләндереү, тротуарҙар һалыу, балалар майҙансығын ҡуйыу, уның тирә-яғынан йүгереү юлын булдырыу күҙаллана. Ошондай уҡ төҙөкләндереү эштәре Калинин урамындағы 44-се, Островский урамындағы 48/42-се, 52-се, 54-се һәм 56-сы йорт алдарын да көтә.

Фонтан, парк һәм скверҙар

Ҡала хакимиәте башлығы маршрутындағы киләһе объект - ул мәҙәниәт һәм ял паркындағы фонтан. Салауаттар уның асылыуын айырым бер түҙемһеҙлек менән көтә. Ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейына парктағы ла, Батыр аллеяһындағы ла фонтандар әҙер булырға тейеш. Подрядсы ойошманың етәксеһе белдереүенсә, эш графигынан тайпылыу юҡ. Улар яҡын арала гранит плиталарҙы һалыуға, ҡоролмаларҙы йыйыуға тотон-маҡсы. 15 июнгә фонтан эшләтеп ҡараласаҡ, 25 июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ һәм 30 июнь - Ҡала көнөндә ул тантаналы асыласаҡ.

Фәрит Ғилманов Фурманов урамында балалар паркын төҙөкләндереүсе «Салауат-быяла» предприятиеһы вә-килдәре менән дә осрашты. Йәмғиәт эштәрҙе үҙ иҫәбенә башҡара. Паркта йүгерергә, велосипедта йөрөргә яратыу-сылар өсөн юлдар, балалар уйыны өсөн майҙансыҡтар булдырыу планлаштырыла. Бөтә ҡаҙып алынған иҫке ағастар урынына 130 төп шыршы һәм миләш үҫентеләрен ултыртыу ҡаралған. Объект ҡаланың юбилейы уңайынан төҙөкләндерелһә лә, эштәрҙе сифатлы итеп үтәүҙе күҙ уңында тотоп, ул сентябрҙә сафҡа индереләсәк.

Яҡын киләсәктә ҡалала тағы ла бер ял урыны - «Ок-тябрь» кинотеатры артындағы скверҙы төҙөкләндереү баш-ланырға тейеш. Был проектты салауаттар мартта «Ҡала мөхите» буйынса тауыш биреүҙә һайланы. План буйынса территорияны ҡыуаҡлыҡтар менән уратыу, үҙәк өлөштә йәшел аллея, яҡтыртыу, йәйәүлеләр өсөн юлдар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, велосипедта, роликта йөрөү юлдары, балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары, сәскә түтәлдәре ҡаралған. Подряд ойошма 18 июндә эшкә тотоноп, 1 октябргә тиклем скверҙы тапшырырға ниәт итә.

Паркты һәм скверҙы ҡарағанда Фәрит Ғилманов ҡала хужалығы идаралығы белгестәренә иҫке тирәк ағастарын ҡырҡып, уларҙың урынына яңыларҙы ултыртыуҙы хәстәрләргә ҡушты.

Ҡала башлығы Губкин урамындағы дауахана алдын төҙөкләндереү планы менән дә танышты. Бында сквер булдырыу, велосипедсылар юлын һалыу, транспорт ҡуйыу урындарын киңәйтеү, йәшелләндереү күҙаллана. Әйткәндәй, ҡала дауаханаһы бинаһының бер өлөшө «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» проектына индерелгән һәм уны ҙур ремонт эштәре көтә.

Үҙенең эшлекле сәфәре барышында ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов төҙөкләндереү, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өҫтөнлөклө бурыстар икәнен һәм һәр кем үҙҙәренә йөкмәтелгән эштәргә яуаплы ҡарарға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: