Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2018, 11:03

Ул оҙон ғүмерлеләр ырыуынан

Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡалала йәшәүсе Мәфрүзә Бәшәрова 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Яҡташтары һәм туғандары инәйҙе өлкән йәштә булғаны ғына түгел, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.

Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡалала йәшәүсе Мәфрүзә Бәшәрова 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Яҡташтары һәм туғандары инәйҙе өлкән йәштә булғаны ғына түгел, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.

Мәфрүзә Ғәлиулла ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан. Тотош быуатҡа яҡын ғүмер ваҡиғаларына шаһит булған мөләйем инәйҙең барлар хәтирәләре байтаҡ. Уның хеҙмәт юлы бик иртә башланған. Бик күп йылдар балалар баҡсаһында һәм баҫыуҙа эшләүселәр өсөн ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. Аслыҡ йылдарында иҫән ҡалыу өсөн тиҫтерҙәре менән колхозда эшләргә мәжбүр була. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдары һынауҙарына баш эймәгән ул. Бәләкәй генә икмәк һынығы һәм үлән һурпаһы менән тамаҡ туйҙырып йөрөгән саҡтарын иҫкә алғанда, һаман да күҙҙәренә йәштәр тула инәйҙең. Уның ауырлыҡтарын беҙ, балалар ҙа, көндән-көн нығыраҡ тойҙоҡ, ти ул.

- Һуғыш башланғанда миңә 13 йәш кенә ине. “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тигән девиз аҫтында өлкәндәрҙең һуғышҡа оҙатыу өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләүҙәре, ойоҡ-бейәләй бәйләүҙәре хәтергә һеңеп ҡалған. Оло апайҙарҙың бергә йыйылып, һуғыш хәлдәрен һөйләгәндәрен, фронттан килгән хаттарҙы уҡығандарын нисек онотаһың, - тип хәтерләй инәй үҙенең бала сағын.

Көтөп алынған Еңеү яҙында Мәфрүзә Ғәлиулла ҡыҙы үҙенән 11 йәшкә өлкән, сибәр, баһадир кәүҙәле Баязит исемле егет менән таныша. Йәштәр егеттең тыуған яғы Ғафури районының Үтәш ауылында донъя ҡора.

Баязит Кинйәбуз улы өс йыл моряк булып хеҙмәт итеп ҡайтыуына һуғыш башлана. Ул һуғыштың башынан аҙағына тиклем үтә. Ғаиләһендәге дүрт бер туғандар һуғышҡа китә. Уларҙың икәүһе һуғыш яланында ятып ҡала, ә икәүһе иҫән ҡайта. Яугир Баязит һуғыштан һуң колхозға эшкә урынлаша. Мәфрүзә инәй иренең ауылға тәүге трактор алып ҡайтыуын әле лә көлөп иҫенә төшөрә:

- Тормош иптәшем колхозда комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне, бригадир ҙа, ферма һәм склад мөдирҙәре лә булды. Әле лә хәтеремдә, тракторҙы бөтә ауыл халҡы ҡаршыланы, балалар тракторҙы уратып-уратып ҡарай, ҡысҡырыша, ҡыуана. Барыһы өсөн дә шул тиклем онотолмаҫ шатлыҡ булды был ваҡиға. Оло быуын кешеһе, иптәшемдең әсәһе тракторҙан ҡурҡып йөрөүе лә иҫемдә, - ти Мәфрүзә инәй.

57 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғүмер кисерә Бәшәровтар. Араларына ел-ямғыр, яттар һүҙен үткәрмәйҙәр. Мөхәббәт емештәре - ике улы һәм биш ҡыҙына матур тәрбиә, белем биреүгә өлгәшә улар.

Донъялары теүәл генә барғанда ғаиләгә ҡайғы килә: 85 йәше тулыр алдынан ғына ғаилә башлығы вафат була. Мәфрүзә инәй һөйгәненең рухына тоғро ҡалып, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән күңел йыуата. Яугирҙең тол ҡатыны булараҡ, дәүләт инәйгә сертификат менән бер бүлмәле фатир ҙа биргән.

- Тормош иптәшем шул тик-лем ярҙамсыл булды, бер ауыр һүҙ әйтмәне. Хатта әле булһа ла мине ҡайғыртып ята, - тип күҙ йәштәрен һөрттө инәй.

Донъя көтөү - баҫыу кисеү түгел, тиҙәр. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм дә бүлә-бүләсәләренең шатлығы, тормоштоң ыңғай яҡтары Мәфрүзә Ғәлиулла ҡыҙын көслө иткән, рухын байытҡан.

Ғүмер юлығыҙҙы артабан да һау-сәләмәт булып барлағыҙ, Мәфрүзә инәй. Һеҙ бит оҙон ғүмерлеләр ырыуынан. Тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!


Читайте нас: