Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2018, 11:49

“ҠАРҒА БУТҠАҺЫ” ТӘМЛЕ БУЛДЫ

Ҡарғалар килеүгә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, Салауат башҡорттарына был бер нисек тә кире йоғонто яһаманы. Киреһенсә, үткән йәкшәмбелә улар дәррәү генә күтәрелеп, Юлдаш ауылынан йыраҡ түгел туғайҙа “Ҡарға бутҡаһы” байрамы ойошторҙолар.

Ҡарғалар килеүгә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, Салауат башҡорттарына был бер нисек тә кире йоғонто яһаманы. Киреһенсә, үткән йәкшәмбелә улар дәррәү генә күтәрелеп, Юлдаш ауылынан йыраҡ түгел туғайҙа “Ҡарға бутҡаһы” байрамы ойошторҙолар.

Сараны үткәреү идеяһы “Аҡбуҙат” йә-мәғәт ойошма-һында барлыҡҡа килгәйне, аҙаҡ уны Салауат ҡалаһы башҡорт-тары ҡоролтайы, ҡоролтай баш-ҡарма комитеты эргәһендә бар-лыҡҡа килеп, үҙенең тәүге аҙымдарын яһа-ған ата-әсәләр комитеты эләк-тереп алды. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, бутҡа төйөрлө булманы. Юлдаш ауылында йәшәүсе дуҫыбыҙ Эдуард ағай Байсурин бутҡа өсөн кәрәкле һөтөн дә, майын да, ҡаймағын да алып килгәс, ул телде йоторлоҡ булып сыҡты.

Бутҡа бешкәнсе Рима апай Үмәрбаева байрамға килгән балалар менән халҡыбыҙҙың боронғо уйындарын ойоштороп ебәрҙе. “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Наза”, “Йөҙөк һалдым” уйындары барыһының да күңеленә хуш килде. Еңеүселәр өсөн бүләктәр ҙә булды, уларҙы шәхси эшҡыуар Рәмил Хәсәнов, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәфит Вәлиев, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты әҙерләгәйне.

- Күптән ошондай байрамда ҡатнашырға насип булғаны юҡ ине, әле форсат сыҡҡас, мин дә ашҡынып килеп еттем, - тип байрам тәьҫораттары менән уртаҡлаша билдәле әҙип, драматург Мөҙәрис Багаев. – Балаларҙың шатланып йөрөгәндәрен күреп, үҙем дә сабый сағыма ҡайтҡандай булдым. Ошондай матур сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Сөнки йәш быуын милләтебеҙҙең тарихын, йолаларын, йыр-бейеүҙәрен белеп үҫергә тейеш.

Әйткәндәй, йыр-моңға күмелде был көндө Ағиҙел туғайы. Әлфинур Рәхмәтуллинаның дәртле итеп уйнаған баянына ҡушылып сарала ҡатнашыусылар рәхәтләнеп боронғо йырҙарҙы ла, композиторҙар әҫәрҙәрен дә яңғыратты.

Бутҡа бешереү ҙә яуаплы эш, сөнки йола буйынса бешкән бутҡаны ҡарғаларға таратҡан ваҡытта, ҡоштар ауыҙынан өҙөп, шуҡ малайҙарҙың алып ҡасыу ғәҙәте лә бар икән. Шундай көтөлмәгән хәл килеп сыға ҡалмаһын өсөн был эш ата-әсәләр комитеты ағзаһы Гөләйшә Абдуллина менән уның хәләл ефете Зиннур уҙаманға тапшырылды. Мул ҡуллы булып сыҡты Абдуллиндар – бешерелгән ризыҡ ҡоштарға ла етте, байрамда ҡатнашыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Аҙаҡ бәләкәй малайҙарға ҡаҙан төбөн ҡырырға ла етте хатта.

Сарала ҡатнашыусылар ошондай байрамды яңы уҡыу йылы башланыр алдынан йәнә үткәрергә, тип таралышты. Ә Ағиҙел туғайына йыйылған ҡоштар уларға рәхмәт һүҙҙәре яуҙырып, бутҡа менән һыйлана ине был ваҡытта.


Читайте нас: