Эшҡыуарлыҡ тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә. Ысынында иһә, ул ауыр һәм ҡатмарлы өлкә. Быға тик тырыштар, ҡыйыуҙар, көслөләр генә тотона алалыр. Эшҡыуарлыҡта ҡанаттарын саҡ нығытырға торған Альберт Торошевты ла шундайҙар рәтенә индерер инем.
Альберт иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, байтаҡ ҡына үҙ белгеслеге буйынса эшләй. Хеҙмәт юлын башлап ебәреүе әлегеләй күҙ алдында.
- Йәштәргә, ғөмүмән, эшкә урынлашыуы бик ҡыйын. Мин дә күп кенә ҡаршылыҡтарға осраным. Стаж, тәжрибә һорап йөҙәттеләр. Шулай ҙа был кәртәләрҙе үтә алдым, - ти егет.
Эшен яратып башҡара, аҡсаһы мул була, әммә сәләмәтлеккә кире йоғонтоһо ла апаруҡ икәне һиҙелә. Шунда улар дүрт егет берләшеп, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булдыра. Ә күптән түгел Альбертта үҙ эшен асыу идеяһы тыуа. Кәрәкле ҡағыҙҙар йыйып, документтар юллай, биналарҙы ҡуртымға алып, ремонт эштәренә тотона. Тиҙҙән яңы автосервис ҡала халҡы өсөн үҙ ишектәрен асмаҡсы. Был эшкә тотоноуҙан шөрләмәнеңме, клиенттарҙы йәлеп итә алмаһам нишләрмен тигәнерәк уйҙар ялмаманымы, тип һорайым.
- Юҡ, ҡурҡыу-фәлән булманы. Көнәркәшлек һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ. Тәүәккәлләйһең дә, бил бөгәһең инде. Ҡыймай йөрөһәң, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Үҫешергә, камиллашырға, заман менән бергә атларға кәрәк. Үҙ эшен асырға теләүселәргә шуны әйтер инем, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы ҡаралған. Мәшғүллек үҙәге лә хәҙер аҡса бүлә. Тик мин үҙем быға өлгөрмәйерәк ҡалдым, - ти тәүге аҙымдарын яһарға йыйынған эшҡыуар.
Альберт Торошев йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, йәштәргә хәрби-патритоик тәрбиә биреү маҡсатында эшләп килгән «Яугир» төбәк ойошмаһы рәйесе лә ул. Егеттәр менән бергәләп күп саралар, спорт ярыштары уҙғаралар, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр. Тормоштоң ҡаҙанында ҡайнаған Альберт Зәйнәғәбдин улы ҡуйған маҡсаттарына ныҡлы аҙымдар менән бара.