газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2018, 13:26

Йөрәктәрендәге ут-ялҡынды осҡон итеп сәсәләр

Заман башҡа - заң башҡа, тиһәләр ҙә, әлеге ваҡытта бик күп халыҡ йолаларының тергеҙелеүен хупламау мөмкин түгел. Ана шундай эштәрҙең береһе башҡорттар ҡоролтайҙары ҡарамағында Ағинәйҙәр ҡорҙарын булдырыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Күңел етһә, ҡеүәт тә етә, тигәндәй, ил-йорт, милләт ғәме менән йәшәгән, ҡалаларҙың, ауылдарҙын йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп, бер уй-ниәт менән янып йәшәй, эшләй башланы. Был йәһәттән ҡалаһыҙҙың “Ағинәйҙәр” клубының эшмәкәрлегенә лә тик маҡтау һүҙҙәре еткерергә була.

Заман башҡа - заң башҡа, тиһәләр ҙә, әлеге ваҡытта бик күп халыҡ йолаларының тергеҙелеүен хупламау мөмкин түгел. Ана шундай эштәрҙең береһе башҡорттар ҡоролтайҙары ҡарамағында Ағинәйҙәр ҡорҙарын булдырыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Күңел етһә, ҡеүәт тә етә, тигәндәй, ил-йорт, милләт ғәме менән йәшәгән, ҡалаларҙың, ауылдарҙын йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп, бер уй-ниәт менән янып йәшәй, эшләй башланы. Был йәһәттән ҡалаһыҙҙың “Ағинәйҙәр” клубының эшмәкәрлегенә лә тик маҡтау һүҙҙәре еткерергә була.

Улар Салауат ҡалаһының дәртле, рухлы, изге маҡсатлы гүзәл заттарын берләштереп, ҡала мөхитендә үҫкән йәштәрҙә мил­ли аң һәм рухты тәрбиәләүҙе, халҡы­быҙҙың йолаларын һәм ғәҙәттәрен киңе­рәк пропагандалауҙы, күберәк кешеләрҙе ҡаланың йәмәғәт тормошона йәлеп итеүҙе үҙҙәренең тәү бурысы итеп күрә. Ошо көндәрҙә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә үткән “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” тип аталған тамашалары айырым бер йылылыҡ, ихласлыҡ менән үтте. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк, тамашаны әҙерләүселәрҙең берҙәмлегенә, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ. Кисә концерт формаһында ғына түгел, бик ҡыҙыҡлы итеп ҡоролоуына Зөлфиә Сәфиева, Миңнур Ғәбитова, Нәсимә Кулябина, Рәшиҙә Буранғолова, Гөлнара Сәйфетдинова, Гөлнара һәм Вәсил Тимеровтар, Роза Псянчина һәм Азат Яҡупов, Рәйлә Уразаева, Зәйтүнә Кашапова, Минзәлә Залилова, Сибәғәт Рахманғолов, Флүр Гәрәев, Сынбулат Рахманғолов ҙур көс һалған.

Рух һағында тороусы ағинәйҙәр кисәлә милли костюмда булыусыларҙы дәртләндереүҙе күҙ уңынан ысҡындырмағанға күрә, бик күптәр матур итеп башҡорт халыҡ кейемдәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып килгәйне. Уларҙы мәҙәниәт усағының фойеһында уҡ гармунсылар үҙҙәренең дәртле көйҙәрен уйнап ҡаршы алды. Өфөнән саҡырылған ҡунаҡтар халыҡ биҙәүестәрен эшләү серҙәре менән бүлеште, теләгәндәр уларҙың тауарҙарын һатып алды. Халыҡ рәхәтләнеп бейеп, күтәренке кәйеф менән инеп ултырҙы залға.

Тамаша ла шул уҡ күтәренке рухта, күңелле итеп алып барылды. Иң тәүҙә Салауат ҡалаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Салауат башҡарма комитетының, ветерандар советының маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырылды. Йыр, бейеү, ҡурай моңдары алып барыусыларҙың шаяртыу-көләмәстәре, бәләкәй генә инсценировкалар менән аралашып барҙы. Хатта йырсыларҙың тамашасылар араһынан, йә көтмәгәндә сәхнә артынан килеп сығып сығыш яһауы айырым йәнлелек өҫтәне. “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” тамашаһы кисәгә килеүселәрҙе донъя мәшәҡәттәренән арындырып, халҡыбыҙҙың бай сәнғәт донъяһына алып китте, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына үтеп хисләндерҙе. Әйтерһең дә, концертта ҡатнашыусылар йөрәк түрендә һаҡлап йөрөткән аҫыл һүҙҙәрен оҫталыҡтары аша еткерергә ынтылды. Тамашасылар ҙа күңелдәре йомшарып, хис-тойғоларға бирелде, ҡушылып йырлап та, төшөп бейеп тә алды. Кисәнән бик ҡәнәғәт ҡалған халыҡ ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен алҡыштар менән еткерҙе. Был иһә ҡалабыҙҙың ағинәйҙәрен тағы ла дәртләнеп эшләүгә күңелдәрен үҫтереп әберҙе.
Читайте нас: