Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2018, 13:18

Ветерандың теләге: булһын ерҙә тыныслыҡ

Май айы үҙенең йылы һулышы менән түгел, бәлки Еңеү көнө булыуы менән үҙенә йәлеп итәлер. Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләргә йыйына. Ваҡыт үткән һайын еңеү алып килгән һуғыш һәм тыл ветерандары һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Уларға алмашҡа Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы шаһиттары килә. Ҡалабыҙҙың хөрмәтле ветераны Зәкәриә Баҙамшин да шулар рәтендә.

Зәкәриә Иҙрис улы 1927 йылда Ғафури районының Үтәк ауылында донъяға килгән. Һуғыш башланғанда ул 8-се класты ғына тамамлап өлгөрә. Һуңғараҡ 17 йәше лә тулмаған үҫмер армия сафына алына. Ул 1945 йылда хәрби осоусылар училищеһын тамамлай һәм һуғыш аҙағында Германия өҫтөндәге һауа хәрби алышында ҡатнаша. 1946 йылда Рязанда авиация экипаждарын әҙерләү курсын тамамлай. Хәрәкәт итеүсе армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Салауат ҡалаһына килеп төпләнә. Башта торлаҡ-коммуналь идаралығында слесарь, һуңынан Салауат нефть химияһы комбинатының 32-се цехында оператор булып эшләй. Ошо ойошманан хаҡлы ялға сыға.

Хөрмәтле ветеран хеҙмәт урындарында ғәҙеллеге, тура һүҙлелеге, кешеләргә ҡарата изгелекле һәм иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Бихисап Почет грамоталары, күп һанлы Рәхмәт хаттары уның намыҫлы хеҙмәте тураһында һөйләй.

Ҡатыны Хәлиҙә Ғәбйәлил ҡыҙы менән 38 йыл бергә татыу ғүмер кисерә һәм өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Әммә 1992 йылда хәләл ефете был яҡты донъянан китеп бара. Әлеге көндә Зәкәриә Иҙрис улы өс балаһының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарына һәм уңыштарына шатланып йәшәй. Яҡындарының хәстәрлеге, йылы мөнәсәбәттәре уға артабан йәшәүгә көс бирә.

- Берлинды алыуҙа ҡатнашмаһам да, һуғыш тураһында иҫкә алыу бик ауыр. Хәрәкәт итеүсе армияла хеҙмәт иткән өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран статусын бирҙеләр. Ул осорҙағы ауырлыҡтарҙы бер һүҙ менән аңлатып бөтөп булмай. Теләгем шул – бындай афәт башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын, - ти ветеран.
Читайте нас: