Һуңғы арала ҡатнаш никахтарҙың күбәйеүе күңелде ҡыра. Ундай ғаилә-ләрҙә бик күп бәхәстәр тыуа, мосолмандарҙың йыуашлығынан файҙаланып, башҡа дин әһелдәре барыбер үҙенекен итә, исемен дә үҙенсә ҡуштыра, ипләп кенә суҡындыра, балалары, ололары рустар зыяратында тәре аҫтында ята. Бөгөн мәҡәләмдә ошоларҙы иҫ-батларлыҡ дәлилдәр кил-тереп киткем килә. Йәштәр-ҙең дә был мәсьәләгә етди ҡарауҙарын теләйем.
Бер ғаиләнең өс улы бар ине. Уларҙың береһе рус милләтле ҡыҙға өйләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ғаиләнең улдары йәшләй генә гүр эйәһе була. Ҡәберҙе мосолмандар яғынан ҡаҙыйҙар. Әммә ҡатын кисен ире менән талаша, минең улым мосолмандар янында ятырға тейеш түгел, тип екеренә. Ауылдан килгән ҡустыһы ағаһына: «Әйҙә, уныңса булһын. Иртәгә рустарҙың зыяратында ҡәбер әҙерләрбеҙ», - тигән. Шулай эшләгәндәр ҙә. Был хәлгә шул тиклем йөрәгем әрнене. Иң тәүҙә вафат булған малайҙың әсәһе, унан һуң атаһының ҡустыһы, һуңынан атаһы теге донъяға китәсәген күңелем менән тойҙом. Мосолман малайын христиандар зыяраты-на ерләргә ярамай ине бит. Күп итеп Ҡөрьән уҡытығыҙ, үҙегеҙ ҙә доға ҡылығыҙ, Аллаһы Тәғәләнән һорағыҙ, бәлки ғәфү итер, тип тә үтендем. Шулай килеп сыҡты ла. Ошо кешеләр бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлашты. Ауыл-дағы ҡустыһының ҡатыны ҡыҫылманы, ул әле лә иҫән-һау ғүмер кисерә.
Бер мосолман ҡыҙы рус егетенә кейәүгә сыҡты. Ҡыҙҙың атаһы вафат булғас, кейәү балаҡай ҡайныһын рустар янына күмдертә. Быны ишеткәс, ни эшләргә лә белмәнем. Доғалар менән өшкөрөлгән һыуҙы алып, уны белгән таныш ҡатын менән, зыяратҡа юлландыҡ. Ундағы әрүахтарҙан ғәфү үтендек, беҙ доғалы һыу алып килдек, бөгөн үк ирҙең кәүҙәһен ата-әсәһе янына, Аллаһ рөхсәте буйынса, күсереп ҡуя-саҡтар, тинек. Һыуҙы һибеп, ҡайтып кит-тек. Етеһенә ҡатыны Ҡөрьән уҡытты. Күршелә торған бер әбейҙе лә алып барҙым. Ул икенсе көндө мине туҡтатып, мәрхүмде төшөндә күреүен, осоп китеп барыуын әйтте. Ҡайҙа ҡабаланаһың былай, тип һорағас, ата-әсәһе яғын күрһәткән, минең исемемде лә әйткән. Был хәлгә тиклем үҙем дә төш күрҙем. Машинала зыяраттан ҡайтып киләбеҙ икән. Ул уң яғымда ултыра. Оло ҡара фурашка кейгән. Тартылғанһың бит ағай, тим. Тартылмаҫһың былар менән, тип, һул яғымдағы ҡулбашымдан супылдатып үпте. Әл дә һин бар әле, тине. Шунан уянып киттем. Атаһын рус ҡәберенә ерләргә рөхсәт иткән ҡыҙ ҙа оҙаҡламай үҙе әхирәткә китте. Уны ла рустар яғында ерләйҙәр. Ҡәберен уратырға барһалар, ер уйылған, ти. Машина менән ер илтеп түккәндәр.
Тағы бер осраҡ. Таныш ҡатындың әхирәте вафат булған. Барып хәйер һалып ҡайтайыҡ, тип үҙе менән мине лә саҡырҙы. Ире рус икән. Тышта туғандары тора, өйгә кермәгәндәр, русса кейендереп һалғандар, тип әйттеләр. Әйҙә, кереп сығайыҡ, тип теге ҡатын менән өҫкө ҡатҡа күтәрелдек. Күргәнебеҙҙән саҡ йығылып китмәнек. Ысынлап та, кейендергәндәр, өҫтөнә ябылған материалға ер менән тәре яһағандар. Шәмдәр янып тора, янында рус ҡатындары ултыра. Мин Хоҙай ризалығы өсөн, тип мосолманса доға ҡылдым. Өҫтәүенә, туғандары мулла балалары икән, был ҡыҙ мулланың һеңлеһенең ҡыҙы, баҡтиһәң. Танышым мине үҙ өйөнә алып ҡайтты, мулланың исемен, әсәһенең исемен әйтеп доға уҡыныҡ, улар алдында ғәфү үтендек. «Уны һуңғы юлға ошолай оҙатыр тип башыма ла инмәгәйне», - тине ҡатын.
Был миҫалдар менән нимә әйтмәксемен? Нимәгәлер то-тонор алдынан аҙағын уйларға кәрәк. Беҙ, мосолмандар, бөтә нәмәне Ҡөрьән ҡушҡанса эшләргә тейеш. Кешенең яҡшылығы ла, яманлығы ла ете быуынға етә. Һәр көнөбөҙ үҙебеҙҙең тәртип, туҡланыу, хәләл ризыҡ менән үтһен, кешелекле, кеселекле булып йәшәргә яҙһын ине.