Каталитик крекинг комплексы - “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең иң ҙур инвестицион проекттарының береһе. Ул предприятиеның яңыртыу программаһына индерелеп, бер нисә йыл элек тормошҡа ашырыла башлағайны. Бөгөн каталитик крекинг комплексының төҙөлөш майҙансығында эштәр әүҙемләште. Төҙөлөш-монтаж эштәре әлеге ваҡытҡа 75 процентҡа башҡарылған. Көн һайын унда 400-гә яҡын кеше эшләй.
Компанияның матбуғат хеҙмәте-нән хәбәр итеүҙәренсә, март-апрел-дә объект күп кенә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Флюид каталитик крекинг ҡоролмаһында 6 һыуытҡыс монтажланған. Уларҙың икәүһе майлы газ ағымы компрессорын һыуытыу өсөн тәғәйенләнә. Ҡалған дүрт һыуытҡыс-конденсатор К-1204 төп фракциялау колоннаһының иң өҫкө ағымына ҡоролған. Шулай уҡ амин иретмәһенең йылылыҡ алмаштырғыстары, пропан-про-пилен фракцияһы һәм ҡоро газ сепараторҙары ҡуйылған. Шыйыҡландырылған углеводород газдарын көкөрт ҡушылмаларынан таҙартыу блогы ҡоролмаһын монтажлау бара.
Төҙөлөш майҙансығында “Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводы”, “44-се төҙөлөш идаралығы”, “УСМ”, “КЭР-монтаж” йәмғиәттәре монтажсылары һәм хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Бензинды селектив гидротаҙартыу ҡоролмаһының бойлерында конденсат ағыҙыу станцияһы, йылылыҡ энергияһы йыһаздары ҡороп ҡуйылған. Каталитик крекинг комплексы объекттарында технологик торба үткәргестәр үткә-релгән һәм металл конструкциялары ҡоролған. Компрессор һәм бензинды селектив гидротаҙартыу ҡоролмаларын монтажлауға әҙерлек бара. Уларҙы йәйге осорҙа ҡороу планлаштырылған.
Заманса йыһазландырылған яңы комплекс нефть эшкәртеү заводының ЭЛОУ АВТ-6 ҡоролмаһынан килгән вакуумлы газойлде эшкәртеү өсөн тәғәйенләнә. Уның ҡеүәте йылына 1095 мең тонна сеймалды эшкәртеүгә тиң буласаҡ. Һөҙөмтәлә юғары октанлы, техник регламенттың барлыҡ талаптарына яуап биргән тауар бензины сығарыласаҡ.