Быйыл Салауатҡа 70 йыл тула. Бер-береһенә ғашиҡ Зәйтүнә һәм Миңлеәхмәт Ғәзизовтарҙың ғаилә ҡороуына ла шунса йыл. Тимәк, улар ҡалаға нигеҙ һалынғандан алып бергә. Был турала ишеткәс, үҙҙәре менән осрашып-күрешеү өсөн йорттарына юлландым.
Сәстәре салланып, маңлайҙарында һырҙары күренеп тә, бер-береһенә ҡарата йылы тойғоларын юғалтмаған ғаиләләр һоҡланыу уята. Миңлеәхмәт бабайҙың ҡулында 70 йыл элек бирелгән никахҡа инеү тураһында таныҡлыҡ. Уны миңә күрһәтәйем тип һонғайны, араһынан Зәйтүнә инәйҙең йәш саҡтағы фотоһүрәте килеп төштө. «Ана минең матурым, кәләшем», - тип, әле булһа һөйөүен йәшермәй, фотоһүрәтен һаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы. Бына бит ул һүнмәҫ ялҡын, эскерһеҙ мөхәббәт!
Миңлеәхмәт Ибраһим улы 1929 йылда элекке Йомағужа районы Аптраҡ ауылында өс балалы ғаиләлә тыуа. 1934 йылда Иҫке Ишембай яҡтарына күсенеп киләләр. 1937 йылда мәктәпкә бара. Һыу ташҡансы йөрөйҙәр, ағас күперҙе боҙ алып китһә, мәктәпте ташлап торалар. Уҡыусыларҙы кәмәгә ултыртмайҙар. Паром төшкәс кенә ҡабат уҡыуға төшәләр. Миңлеәхмәт ағайҙың бала, үҫмер сағын ҡәһәрле һуғыш урлай. Биш класты ла тамамламайынса, Ишембай ҡалаһының 2-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, нефть ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь танытмаһын ала.
- Училищела 13-15 йәшлек балалар һуғышҡа ҡорал әҙерләйбеҙ. Дүрт смена эшләйбеҙ. 700 грамм икмәк бирәләр. Тәүлек әйләнәһенә эш тынмай. Шуныһы ҡыҙғаныс, аслыҡ бер кемде лә аяманы. Әсәйем киске аш әҙерләгән, ғаилә өҫтәл артында, ә мин бер мөйөштә ултырам. Сөнки училищенан 200 грамм икмәк менән кәбеҫтә һурпаһы ашап ҡайтҡан кешемен. Әсәйем, бахыр, сынаяҡ аҫтына ике ҡалаҡ аш һалып, миңә бирә торғайны. Һин ашамағас, тамағыма аш үтмәй, тип әйтер ине. Шулай бер, төркөмдәге Сабир исемле егет төнгөлөккә эшкә килмәне. Бала ғына бит, йә йоҡлап ҡалғандыр инде, ә иртәнге ашҡа килде. Төркөм старостаһы: «Фәхриев, һиңә иртәнге аш юҡ. Төнгөлөккә килмәнең», - тип екеренеп, арҡаһынан этеп-төртөп сығарып ебәрҙе. 14 йәшлек малай шулай ас ҡалды. Ундай хәлдәрҙе күп күрҙек. Уҡыуҙы тамамлағас, 16 йәшлек үҫмерҙәрҙе йүнәлтмә буйынса эшселәр ҡасабаһы Туймазыға ебәрҙеләр. Шунда йыл ярым эшләнем дә, тыуған яғыма юл тоттом, - тип хәтирәләргә бирелде Миңлеәхмәт ағай.
Ҡайтҡас, тимер юл станцияһына вагондарҙы ремонтлау буйынса слесарь булып эшкә урынлаша егет. Бер аҙҙан, автотормоздарҙы тикшереүсе, һуңынан өлкән тикшереүсе итеп ҡуялар. Шунда эшләп йөрөгәндә Ишембай станцияһында йәшәүсе Зәйтүнә апай менән осрашып ғаилә ҡоралар, Рәшит менән Мөхтәр улдарына ғүмер бирәләр. 1953 йылда йәш ғаилә Салауатҡа күсенә, бында Фәйрүзә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Бында ла Миңлеәхмәт ағай хеҙмәтен Салауаттағы тимер юлында дауам итә, вокзал буйынса дежурный ҙа була. Ғаиләм бар тип тормай, киске мәктәптә ете класты тамамлай, индустриаль техникумға ла уҡырға инә, унда техник-электромеханик һөнәрен үҙләштерә. Техникумда белем алғанда уҡ 1963 йылда комбинатҡа приборист итеп алына. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да әле ун йыл 26-сы цехта электрик булып эшләй.
Миңлеәхмәт Ибраһим улы 23 йыл дин юлында, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырмай. Исем ҡушыу, никах уҡыу, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаларын башҡара. Ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре лә дини кешеләр булған. Бынан тыш, ул ҡырҡ йыл буйы спорттан айырылмай. Әле лә йүгерә.
Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ