Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 12:42

Хайуандарҙың яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы

Азалия Мансурова Салауат эске эштәр бүлегендә ветеринар фельдшер булып эшләй. Бала сағынан хайуандар яратҡан ҡыҙ үҙенең һөнәрен һәм тынғыһыҙ хеҙмәтен бик үҙ итә.

Азалия Мансурова Салауат эске эштәр бүлегендә ветеринар фельдшер булып эшләй. Бала сағынан хайуандар яратҡан ҡыҙ үҙенең һөнәрен һәм тынғыһыҙ хеҙмәтен бик үҙ итә.

Ветеринарҙар эшенең ҡыҙыҡлы хеҙмәт булыуы хаҡында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Һәр хәлдә, ошо өлкәләге белгестәр үҙ шөғөлдәренең бар нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен, ыңғай яҡтарын һәм әһәмиәтен яҡшы белә. Азалиянан хеҙмәте тураһында һөйләүен һорағас, ул иртән хеҙмәт урынына килгәс, иҫәптә торған 18 этте ҡарап сыҡҡандан һуң ашатыуын, бинаны дезинфекциялауын һөйләп бирҙе. Йәш белгес шулай уҡ дүрт аяҡлыларҙы паразиттарҙан таҙарта, прививкалар яһай, йәрәхәттәре булғандарға медицина ярҙамы күрһәтә. Асыҡланыуынса, немец овчаркалары, лобрадорҙар эске эштәр бүлегендә 8 йыл тирәһе хеҙмәт итә. Һәр эттең үҙ холҡо бар. Ә эске эштәр бүлегенә ҡараған тоғро дуҫтарҙың файҙаһы бик күп, улар наркотиктар, енәйәтселәрҙе асыҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

- Ветеринария хеҙмәте тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә, ауыр, тынғыһыҙ эш ул. Был өлкәлә үҙ һөнәрен яратҡан, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән кешеләр генә эшләй ала. Күпселек Европа илдәрендә, мәҫәлән, йорт хайуандарын хатта ғаилә ағзаларына тиңләйҙәр. Рәсәйҙә улар һәр өсөнсө ғаиләлә бар. Тик бына эт-бесәйҙәрҙе ҡурсаҡ урынына алып, аҙаҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында урамға ырғытҡандарға йәнем көйә, - ти Азалия Рәмил ҡыҙы.

Оло йөрәкле белгес «Дүрт тәпәй» төркөмө ағзаһы. Ул ҡулынан килгәнсә ташландыҡ йорт хайуандарына медицина ярҙамы күрһәтә, уларға хужа табыуға, йортҡа урынлаштырырға булышлыҡ итә.

“Медицина кешене дауалай, ә ветеринария бөтөн кешелекте”, тигән әйтемде иҫәпкә алһаҡ, ветеринарҙар иңендә ниндәй оло бурыс ятыуына төшөнөү ауыр түгел. Уларҙың хеҙмәтен күрә һәм баһалай беләйек.


Читайте нас: