Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 12:36

Ҡала паркында фонтан төҙөлә

Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында музыкаль фонтан төҙөлә башланы. Уны ҡаланың 70 йәшлек юбилейына бүләк итеп әҙерләйҙәр.

Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында музыкаль фонтан төҙөлә башланы. Уны ҡаланың 70 йәшлек юбилейына бүләк итеп әҙерләйҙәр.

Әлеге көндә фонтан төҙөү биләмәһе кәртә-ләнгән, эштәр бик ҡыҙыу бара.

- Апрель уртаһында эш башланыҡ. Бөтәһе лә план буйынса бара. Июль айҙарында тамамларға ниәтләйбеҙ. Проекттың инвесторы - «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте, - ти «Монолит төҙөлөш» йәмғиәтенең участка начальнигы Юрий Яковлев.

Проекттан күренеүенсә, фонтанды яҡтылыҡ менән йыһазландырыу ҡаралған. Уның эше махсус идара итеү системаһы ярҙамында көйләнә. Мәҫәлән, динамик режимда программаға һалынған картиналар ваҡыты менән үҙгәреп торасаҡ. Икенсе шоу режимы фонтанды төрлө музыка композицияһына ҡарап эшләтә.

Шулай итеп, музыкаль фонтан төрлө яҡтылыҡ аҫтында һыу урғылтасаҡ, моңонда тирбәлтәсәк. Киләсәктә ул бөтәһе лә яратып ял иткән парктың иң күркәм, зауыҡлы урынына әүерелеүенә һис шик юҡ.
Читайте нас: