газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2018, 12:21

Иң ҙур бәхет - парлы ғүмер, иң ҙур байлыҡ - иман

Аңы, күңел ихтыяжы, булмышы менән иманға ынтылыусылар һәр ваҡыт яҡшылыҡ, яҡтылыҡ юлында була. Ундайҙар Аллаһ рәхмәтендә йәшәй, ауырлыҡтарҙы ла, тормош мәшәҡәттәрен дә еңелерәк ҡабул итә, рухи камиллыҡҡа өлгәшеп, тирә-яҡҡа ла шәфҡәтлелек нуры тарата. Шундай иманлы ғаиләләребеҙҙең береһе беҙҙең ҡалала ғүмер итә. Хаҡ дин юлына баҫҡан Сәриә һәм Рәис Зәйнетдиновтарҙың һәр көнө изгелек ҡылыуҙан ғибәрәт.

Аңы, күңел ихтыяжы, булмышы менән иманға ынтылыусылар һәр ваҡыт яҡшылыҡ, яҡтылыҡ юлында була. Ундайҙар Аллаһ рәхмәтендә йәшәй, ауырлыҡтарҙы ла, тормош мәшәҡәттәрен дә еңелерәк ҡабул итә, рухи камиллыҡҡа өлгәшеп, тирә-яҡҡа ла шәфҡәтлелек нуры тарата. Шундай иманлы ғаиләләребеҙҙең береһе беҙҙең ҡалала ғүмер итә. Хаҡ дин юлына баҫҡан Сәриә һәм Рәис Зәйнетдиновтарҙың һәр көнө изгелек ҡылыуҙан ғибәрәт.

Осраштырған, ҡауыштырған ҡала

1948 йылда Салауат ҡалаһына нигеҙ һалынмаһа, Ишембай районының Сәлих ауылы егете Рәис Сынтимер улы менән Дәүләкән районы Айыухан ауылы ҡыҙы Сәриә Ғәлимулла ҡыҙы осрашып, бер-береһенә ғашиҡ булып, донъя ҡороп ебәрер инеме икән? Кем белә инде. Шулай ҙа, төптән уйлап ҡараһаң, ике йәш йөрәктең ҡауышып, бына инде ярты быуат ғүмер итеүҙәрендә төп сәбәпсеһе - уларҙың нефть химияһы ҡалаһына килеп, ең һыҙғанып эшкә тотоноуы. Ә уға тиклем егет кеше урта белем алып, Ишембай ҡалаһында нефть быраулаусы һөнәрен үҙләштереп, эшләп, Владивостокта хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтып өлгөрә. Ә һылыу ҡыҙҙы яҙмыш мәктәпте тамамлап, колхозда әҙерәк эшләп алғас, беҙҙең яҡтарға килтерә. Рәис Сынтимер улының нефть химияһы комбинатының 5-се цехында, Сәриә Ғәлимулла ҡыҙының Яңы ТЭЦ-та эшләп йөрөгән ваҡыттары.

- 1968 йыл. Хәрби диңгеҙ флотында бергә хеҙмәт иткән егеткә ҡунаҡҡа барҙым. Уның тормош иптәшенең ауылдашы Сәриә лә ҡунаҡҡа килгән. Төҫкә сибәр ҡыҙҙы беренсе күреүҙән үк оҡшаттым. Тағы ла ул мине уңған, һабыр, аш-һыуға оҫта булыуы, төптән уйлап эш итә белеүе менән әсир итте. Күп тә уҙманы, бергә тормош көтөргә һүҙ ҡуйышып, өйләнештек, - ти ғаилә башлығы.

Рәис ағай ғаиләлә төпсөк малай булып үҫһә, Сәриә апай беренсе бала. Тормош бик иркәләтмәй ғаилә башлығын. Бөйөк Ватан һуғышына киткән атаһының 1941 йылдың декабрендә үк хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Әсәһе ете бала менән яңғыҙ тороп ҡала.

- Күп кешеләрҙең балалары ла, үҙҙәре лә аслыҡтан үлеп ҡалды, беҙҙе Хоҙай һаҡлағандыр. Шуға күрә бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙ, кейергә кейем, ашарға аҙыҡ, йәшәр урыныбыҙ бар. Балаларыбыҙ ҙа тигеҙ ғүмер итә, шөкөр. Беҙҙең әсәйҙәр ал-ял белмәй, тыныс тормош өсөн көнө-төнө колхозда ниндәй генә эшкә ҡушылманылар. Үҙебеҙ ҙә хеҙмәт йөгөн бик иртә тарта башланыҡ, - тип хәтирәләргә бирелә ғаилә башлығы.

Ә Сәриә апайҙың атаһы һуғыштан икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Шулай ҙа колхоз эшенең бер көнөн ҡалдырмай хеҙмәт итә һәм тормош иптәше менән алты балаға ғүмер бүләк итеп, аяҡҡа баҫтыралар.

Бәхет - ике уңған ҡулында

Рәис Сынтимер улы менән Сәриә Ғәлимулла ҡыҙы хәҙер инде гүр эйәләре булған ата-әсәләрен, яҡындарын бер ваҡытта ла онотмай, уларҙы иҫкә алып доғалар, Ҡөрьән уҡытып торалар. Ҡәҙерле кешеләренән алған тырышлыҡ, ғәҙеллек, рухи камиллыҡ кеүек сифаттарҙы Зәйнетдиновтар ғаилә нигеҙенең төп ташы итеп һала. Ир уҙаман комбинатта эшләгәндә, өҫтәмә һөнәрҙәр үҙләштереп, төҙөлөш-монтажлау идаралығында, һуңынан «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә хеҙмәт итә. Зирәк ханым Яңы ТЭЦ ойошмаһында ҙур разрядҡа эйә булып, 19 йыл эшләгәндән һуң, тағы 20 йылын санэпидемстанциялағы хеҙмәтенә бағышлай. Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә, тиҙәр. Сәриә Ғәлимулла ҡыҙының да, Рәис Сынтимер улының да ни тиклем хеҙмәткә бирелеп тормош көтөүҙәре уларҙың коллективта хөрмәт ҡаҙанып, эштәренең Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнеүе, хаҡлы ялға икеһенең дә «Хеҙмәт ветераны» булып сығыуҙары иҫбатлай. Зәйнетдиновтар үҙҙәренең ике улын да тырышып донъя көтөрлөк итеп тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн инде уларҙың, килендәренең һәм 5 ейән-ейәнсәрҙәренең матур тормоштарына ҡыуанып йәшәй ололар.

- Ғаилә бәхете үҙенән-үҙе килеп тыумай, уға икебеҙҙең дә тырышлыҡ менән генә ирешеп була. Донъя булғас төрлө хәлдәр булды, ләкин бер ваҡытта ла һынып-бөгөлөп ҡалманыҡ. Бер-беребеҙҙе тыңлап, кәрәк ваҡытта юл биреп, матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә тырыштыҡ, - тиҙәр алтын ғаилә юбилярҙары.

Изге уйҙары, күңел талпыныштары менән ауаздаш булған аҡһаҡал менән ағинәй бөгөн иман яҡтыһында, бәхет ышығында йәмле ғүмер көҙөн кисерә. Сәриә апай ҙа, Рәис ағай ҙа - икеһе лә дин юлында.

- Мин беҙгә дөрөҫ итеп ислам дине ҡағиҙәләре нигеҙҙәрен һәм Ҡөрьәнде уҡырға өйрәтеүсе “Әннәби” йәмиғ мәсетенең мөфтөйө Рәмил Насировҡа, хәҙрәттәргә, мөғәлимәләребеҙгә ҙур рәхмәтемде әйтер инем. Хәҙер алған белемдәремде балаларыма һәм ейәндәремә лә еткерергә тырышам. Хәләл ефетем Сәриә менән бергәләп намаҙға баҫабыҙ, Рамаҙан айында ураҙа тотабыҙ, зәҡәт, фытыр саҙаҡаларын тапшырып барабыҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙгә һаулыҡ насип итеп, изге эштәребеҙҙә уңыштар, илебеҙгә тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, һәммәбеҙгә лә бәхет насип итһен ине, - ти Рәис Сынтимер улы.

Ололарҙың изге теләктәре бойомға ашмай ҡалмаҫ. Матур ғаилә парының үҙҙәренең тормоштары ла яҡты, имен һәм тигеҙ булһын.
Читайте нас: