Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр һәр ваҡытта ла көнүҙәк. Йә йылылыҡ өсөн ҡабаттан иҫәпләйҙәр һәм артығы менән түләттерәләр, йә ресурс ойошмалары менән туранан-тура килешеү төҙөү буйынса ҡануниәтте үҙгәртәләр, ғөмүмән, һорауҙар килеп сығып тора. Халыҡтың ризаһыҙлығына күп осраҡта мәғлүмәттең етерлек булмауы сәбәпсе. Киң мәғлүмәт саралары аша салауаттарға аңлатыу алып барыу маҡсатында тармаҡ вәкилдәре менән осрашыу үтте.
Унда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин, муниципаль контроль идаралығы начальнигы Альберт Моталов, «БашРТС» филиалдары һәм идара итеүсе компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Тәүге һорау йылылыҡ өсөн ҡабаттан иҫәпләүгә ҡағылды. Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, беҙҙең ҡалала йылылыҡ өсөн түләү 12 айға тигеҙ итеп бүленә. «БашРТС»-тың «Йылылыҡ таратыу» филиалының әйҙәүсе инженеры Илиана Исламова әйтеүенсә, был система буйынса эшләгәндә, идара итеүсе компаниялар ҡануниәт нигеҙендә йыл һайын ҡабаттан иҫәпләү уҙғарырға бурыслы. Шуныһы бар, был корректировка артыу яғына ла, кәмеү яғына ла булыуы мөмкин.
- Кешеләр йылылыҡ өсөн, ҡыш, йәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, йыл буйына тигеҙ өлөштә түләй. Иҫәп алдағы йылдағы күрһәткес нигеҙендә эшләнә, йәғни йыл буйына сарыф ителгән йылы күләме тигеҙ итеп ун ике айға бүленә һәм халыҡҡа шуның нигеҙендә түләү суммаһы билдәләнә. Ә йыл бөткәс, тап ошо йылда алынған йылы күләме менән сағыштырылып, шулай уҡ тарифтарҙың артыуына нигеҙләнеп, ҡабаттан иҫәпләү уҙғарыла. Әгәр йыл, алдағыһы менән сағыштырғанда, һыуыҡ килһә, йылытыу миҙгеле алданыраҡ башланһа, был иҫәп-хисаптың артыҡ булыуы ла мөмкин. Әгәр йыл йылыраҡ булһа инде, түләү кәметелә, - тип аңлатма бирҙе башлыҡ урынбаҫары Талип Мәҡсүм улы.
Йыл башында уҙғарылған ҡабаттан иҫәпләүҙең дә ҙур суммаларҙа сағылыуы 2017 йылдың, 2016 йыл менән сағыштырғанда, күпкә һыуығыраҡ һәм йылытыу миҙгеленең оҙайлы булыуы менән бәйле, тинеләр ултырышта ҡатнашыусылар. Милекселәрҙең йылылыҡ өсөн йыл буйына түгел, йылытыу миҙгелендә генә түләү хоҡуғы ла бар. Әммә идара итеүсе компаниялар етәкселәре белдереүенсә, салауаттарҙың күпселеге был система буйынса иҫәпләшеүгә әҙер түгел. Сөнки йәйен йылылыҡ өсөн хаҡ ҡуйылмаһа ла, ҡышын ул юғары буласаҡ.
Ултырышта коммуналь хеҙмәттәр өсөн аралашсыһыҙ иҫәпләшеү законы тураһында ла һүҙ барҙы. Уға ярашлы, һәр фатир-йорт хужаһы йылылыҡ, һыу, электр биреүсе ойошмалар менән туранан-тура килешеү төҙөй ала. Йәғни, аҡса идарасы компанияға түләнмәй. Владимир Путин бындай система кәрәклеге тураһында уҙған йылда уҡ белдергәйне. Закон ҡабул ителгән хәлдә, ресурс ойошмалары менән иҫәпләшеү күпкә асығыраҡ булыр, бурыстар кәмер, тип көтөлә.
Ултырыш һуңында Талип Мәҡсүм улы ҡала хакимиәте вәкилдәре салауаттар өсөн күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора башлауы тураһында ла иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ халыҡта һорауҙар һәм ризаһыҙлыҡ күп булмаһын өсөн, аңлатыу эшен алып барыу мөһимлеге лә иҫкәртелде.