45 йыл ғүмерен бухгалтер эшенә арнаған Гәүһәр Дауытова яңыраҡ үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән. Шул уңайҙан ул хеҙмәттәштәренән, етәкселәренән, туғандарынан ҡотлауҙар ҡабул иткән.
Гәүһәр Таҡый ҡыҙының үҫмер сағын һуғыш урлай. 12 - 13 йәшлек балалар Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн көнө-төнө баҫыуҙа, колхозда эшләй. Ҡыҙҙа уҡыу теләге көслө була, Ишембай нефть техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Әҙерәк Свердловск өлкәһендә эшләп, отпускыға ҡайтҡас, үҙ ерендә төпләнергә ҡарар итә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ауылдашы Яҡуп менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Йәштәр төҙөлөп кенә ятҡан Салауатҡа күсеп килә. Гәүһәр апай «Салауат-төҙөлөш» тресына бухгалтер булып урынлаша һәм 37 йыл ошо ойошмаға тоғро ҡала. Тәүҙә бухгалтер, тора-бара өлкән хеҙмәткәр, баш бухгалтер урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, һуңынан баш бухгалтер вазифаһын йөкмәтәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ете йыл ВНЗМ-да ла эшләй ул.
- Хеҙмәтемде яратып башҡарҙым. Коллектив берҙәм булды. Әле булһа, урамда танып, ҡосаҡлап алалар. Юбилей көнөмдә ике ойошманан да килеп тәбрикләнеләр. ВНЗМ-да ете йыл ғына эшләүемә ҡарамаҫтан, улар бигерәк оло хөрмәт күрһәтте. Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ойошманың генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтовҡа, уның урынбаҫары В.Рузановҡа, ВНЗМ-дың элекке етәксеһе Э.Гусевҡа, ветерандар советы рәйесе Л.Манаковаға сикһеҙ рәхмәтлемен, - тип шатлығын йәшермәй хеҙмәт ветераны.
Гәүһәр Дауытованың исеме Почет таҡтаһынан төшмәгән, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Хеҙмәт һәм һуғыш ветераны «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн», һуғыш йылдарында эшләгәне өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. Юбилей көнөндә ул тағы бер яңыһын - «Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр Союзы» ассоциацияһының Маҡтау грамотаһын алған.
- Бәхетлемен. Ейәндәрем, бүләлә-рем, килендәрем, туғандарым, хеҙмәт-тәштәрем иғтибарынан, - ти Гәүһәр Таҡый ҡыҙы.