газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2018, 16:15

Бүләкһеҙ ҡалма

2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы бара. «Туған баҫмаңа яҙыл» марафоны бөтә республика буйынса уҙғарыла. Гәзит йә журналға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.

2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы бара. «Туған баҫмаңа яҙыл» марафоны бөтә республика буйынса уҙғарыла. Гәзит йә журналға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.


«Аҙна һайын бүләк»

Апрель буйы һәм июндең тәүге ике аҙнаһында «Аҙна һайын бүләк» акцияһы үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына “Салауат” гәзитенә, республика гәзит-журналдарына яҙылырға һәм үҙегеҙ яҙылған баҫманың редакцияһына квитанцияның күсермәһен ебәрергә (алып килергә) кәрәк. Аҙна һайын осраҡлы һайлау юлы менән еңеүсе билдәләнеп, уның фотоһы гәзит (журнал) биттәрендә баҫыласаҡ.

«Супер бүләк от!»

Супер бүләктәр уйынында ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына бер республика баҫмаһына һәм бер ҡала гәзитенә яҙылырға кәрәк. Яҙылыу абонементтарының күсермәләрен ошо адресҡа ебәрергә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто, ДУП, подписка бүлеге.

2018 йылдың сентябрендә осраҡлы һайлау юлы менән 21 еңеүсенең фамилияһы билдәләнәсәк. Төп бүләк — телевизор һәм юлдаш телевидениеһын ҡабул иткес. Бынан тыш, тағы ла ике телевизор, өс юлдаш ТВ-һын ҡабул иткес һәм ун биш планшет уйнатыласаҡ.

Еңеүселәрҙең исемдәре, фотолары баҫмала баҫыласаҡ. Супер бүләк отоусыны бүләкләү өсөн Өфөгә саҡырасаҡтар.

ИҢ МӨҺИМЕ!

Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң ғына гәзит-журналдарына яҙылырға кәрәк. Медиахолдинг баҫмаларының тулы исемлеге менән www.rbsmi.ru сайтында танышырға була.
Читайте нас: