газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2018, 12:46

Шул замандың бәхетле балаһымын

Совет заманына ҡарата төрлө фекер йәшәй. Берәүҙәр уны тик яҡшы яҡтан ғына телгә алһа, бәғзеләр магазиндарҙың буш кәштәләрен, сираттарҙы ғәфү итә алмай, ғәйепһеҙ ҡырылған халыҡты ла шул осорҙоң ҡорбандары тип иҫәпләй. Мин, шәхсән, шул ваҡыт-тың ҡойроҡ осона ғына эләккәнмен.

Совет заманына ҡарата төрлө фекер йәшәй. Берәүҙәр уны тик яҡшы яҡтан ғына телгә алһа, бәғзеләр магазиндарҙың буш кәштәләрен, сираттарҙы ғәфү итә алмай, ғәйепһеҙ ҡырылған халыҡты ла шул осорҙоң ҡорбандары тип иҫәпләй. Мин, шәхсән, шул ваҡыт-тың ҡойроҡ осона ғына эләккәнмен.

Хәтеремдә, бала-сағалар икмәккә йөрөйбөҙ. Тәмле, хуш еҫтәр аңҡытып икмәк машинаһы килеп туҡтай. «Өс ҡара, дүрт аҡ икмәк». Ата-әсәй шулай алып ҡайтырға ҡуша. Ни өсөн күп? Сөнки мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ашатабыҙ. Хәҙер малға түгел, үҙ тамағын туйҙырырға алмағандар ҙа етерлек. Бәләкәй генә ауыл магазинында ниндәй генә төр тауар юҡ. Һатыусы апайҙар көс-хәл менән халыҡты хеҙмәтләндерә ине. Ауыҙҙа эреп торорҙай кәнфит, күпереп бешкән ҡаластары, тәмле һыуҙары... Әйтер һүҙем шул: элек һан яғынан сапмағандар, ә сифат яғын өҫтөн ҡуйғандар. Хәҙер төрлө ҡатышмалар ҡушып, кешенең организмын ағыулайҙар.

Халыҡ та бөтөнләй икенсе булған. Ауылдарҙа ваҡ-төйәккә сыҡҡан арала өй ишегенең бикләнгәне иҫемдә түгел. Ҡапҡалар асыҡ, кешеләр ихлас. Әле иһә ҡалала түгел, ауылда ла күршегә йомош менән кергән арала йорттарын алыҫ сәфәргә йыйынған кеүек томалайҙар. Кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата ышанысы тамам юҡҡа сыҡты. Элек ҡатламға бүленеп йәшәүселәр булманы. Эшсе халыҡ та, ябай кеше лә бер ти-геҙ булды. Уҡыусылар араһында ла шулай ине. Замана балалары шаҡтай айырыла. Мәк-тәптәрҙә лә тәртип ине. Хәҙер белем усаҡ-тары ниндәйҙер криминалистик бүлекте хәтерләтә. Уҡыусылар бысаҡ менән уҡытыу-сыһына, класташтарына ташлана, пистолеттан аталар, класс яндыра-лар. Ни өсөн шулай? Тота килеп самолет, автобустар шартлай, метролағы меңәрләгән халыҡтың ғүмере ҡы-йыла. Ҡайҙа ҡарама, экстремизм, терроризм тураһында һөйләйҙәр. Терроризм тигәндәй, күптән түгел күп функциялы үҙәккә юлым төштө. Зал тулы халыҡ, һәр кем үҙ сиратын көтөп ултыра. Шунда үҙәктең хеҙмәткәре керҙе лә, йыйылыусыларға ҡарап: «Йәмәғәт, иғтибар!!! Кемдең сумаҙаны ишек алдында тора? Йә, кемдеке? Өндәшмәгәс, хәҙер сығарып ырғытам», - тип өндәште. Сумаҙан ҡурҡытамы ни инде бында, уның эсендә ул-был нәмә һалынып ҡуйылмағайы, тип борсолалар. Теге хеҙмәткәр шунда уҡ кәрәкле хеҙмәттәргә шылтыратты. Ул арала мин эштәремде бөтөрөп, ҡайтырға сыҡтым. Ҡаршыма сигналдарын тоҡандырып, махсус хеҙмәттәр маши-налары елдерә ине шул яҡҡа. Ике ҡаттағы кешеләрҙе эвакуацияларға, хәүефһеҙлек саралары күрелергә тейеш. Бомба һалынғанмы унда, юҡмы - шулай эшләргә тейештәр. Элек булһа, ул иҫке, меҫкен сумаҙанға иғтибар итеүсе лә табылмаҫ ине. Кемдер онотоп ҡалдырған инде, тиерҙәр ҙә ҡуйырҙар ине. Сөнки был төшөнсәләр кешегә бик ят ине.

Автобустарға инһәң дә, «Шикле әйберҙәр күрһәгеҙ, шулай итегеҙ, шунда шылтыратығыҙ» тигән белдереүҙәргә иғтибар итмәҫлек түгел. Тимәк, был ҡот осҡос нәмә бөтә нәмәне ялмап алған. Ҡотҡо таратыусылар ҙа аҡыллы эш итә. Ҡорбандар күберәк булһын өсөн халыҡ күп йыйылған урындарҙы һайлай. Ғөмүмән, заман афәтенә әүерелгән терроризм берәүҙе лә аямай. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында видеокүҙәтеүҙәр ни өсөн ҡуйылған? Тап шикле әҙәмдәр үтеп инә алмаһын өсөн. Магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә, ойошма, учреждениеларҙа ла шул уҡ хәл.

«Наркотик» тигән нәмәләре кешелекте һаҙлыҡҡа батыра. Баҡ-саның буйынан-буйы-на киндер түшәлеп ултырҙы, шелтәләүсе-ләр булманы, унан ағыу яһағандарын да хәтерләмәйем. Хәҙер килеп, наркотик үҫтерәһең тип, өлкән кешеләргә лә ҙур күләмдә штраф һалалар. Әйтерһең, уны үҙе сәскән. Мәктәптәрҙә һағыҙға оҡшаған наркотик матдә таратыуҙарын, уларҙың балалар үлеменә килтереүҙәре хаҡында, уяу булырға өндәгән теле-фонға смс-хәбәрҙәр килеп кенә тора.

Заманды ла насар тип әйтмәйем, һуғыш була күрмәһен, именлектә йәшәргә яҙһын. Әммә, шәхсән миңә ҡалһа, үҙем үрҙә әйтеп үткән осорҙа йәшәһәм, күпкә бәхетлерәк булыр инем.
Читайте нас: