газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2018, 12:25

Иң оло хөрмәт һуғыш ветеранына

Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле шаңдауы йылдан-йыл йырағая бара. Был дәһшәтле йылдарҙы үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаусылар арабыҙҙан китһә лә, Еңеү яҙы алып килгән ветерандарҙың имәндәй ныҡтары ла бар. Шуларҙың береһе Ғәбдерәүеф Низаметдинов ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле шаңдауы йылдан-йыл йырағая бара. Был дәһшәтле йылдарҙы үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаусылар арабыҙҙан китһә лә, Еңеү яҙы алып килгән ветерандарҙың имәндәй ныҡтары ла бар. Шуларҙың береһе Ғәбдерәүеф Низаметдинов ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ветеранды ҡотларға ҡала хаки-миәтенең кадрҙар эше буйынса бүлек начальнигы Лариса Богданова, ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров килде.

Яугир беҙҙе бүлмәһендә йылмайып ҡаршы алды. Әйҙүкләй-әйҙүкләй өҫтәл артына ултыртып килененә сәй ҡуйырға ҡушты. Ғәбдерәүеф бабайҙы тәбрикләргә тип балалары ла ҡайтҡан. Ветеран һүҙгә бик әүәҫ булып сыҡты, хәтеренең шәплегенә хайран ҡалырлыҡ.

- Мин фронтҡа 1942 йылда эләктем. Сталинградты обороналауҙа ҡатнаштым. Унда ҡаты яраландым, контузия алдым. Госпиталдә оҙаҡ ятманым, һауығып сыҡҡас та, кире фронтҡа юлландым. Чехословакия ерендә тағы ла яраландым. Минең эргәмдә генә снаряд шартлап, туп ярсығы пулемет тотҡан ҡулымдың дүрт бармағын өҙҙө. Ҡулбаш та, аяҡ та яраланды. Был юлы госпиталдә оҙаҡ ятырға тура килде. Мин динде бер ҡасан да онотманым. Әсәйем өйрәткән сүрәләрҙе иҫтән сығарманым. Улар мине үлемдән һаҡлап алып ҡалды, - тип һуғыш хәтирәләре менән бүлеште аҡһаҡал.

Ветеран «Бөйөк Ватан һуғышы» ордены менән бүләкләнгән. Һуғыштан ҡайтҡас, Ғәбдерәүеф Низаметдинов дини юлды дауам итә, ислам курстарына йөрөй. Салауатта машиналар эшләү заводының металл ҡойоу цехында эшләй. Бер нәмәгә лә зарланмай. Ул тик сәләмәт тормош рәүешен генә хуплап йәшәй. Бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр ҡулланмай, тәмәкене ауыҙына ла алғаны булмаған. Йыл да ураҙа тота. Туҡланыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Донъяның шул тиклем ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған күкрәктәре тулы орден-миҙалдар таҡҡан бабайыбыҙ бындай тормошон ожмахҡа тиңләй. Бәлки уның оҙаҡ йәшәү сере ошондалыр?

Ғәбдерәүеф бабай ҡатыны Мәрйәм инәй менән 4 балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандың тоғро тормош юлдашы ике йыл элек яҡты донъянан киткән.

- Салауатта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 45 ветеран-имам бар ине. Иҫән ҡалған берҙән-бер аҡһаҡалыбыҙға ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ. Төрлөсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ветераныбыҙ пенсияһынан һәр ваҡыт зәҡәт саҙаҡаһы тапшыра. Уға тағы ла оҙон ғүмер, иҫәнлек теләйбеҙ, - ти «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил хәҙрәт.
Читайте нас: