Быйыл Ғаилә йылы булғас, күптән уйланып йөрөгән планымды тормошҡа ашырырға ваҡыт еткәнен күңелем һиҙҙе. Шуға ҡулыма ҡәләм алып, ғаиләм, ата-әсәйем тураһында яҙырға булдым.
Ишембай районы Кинйәкәй ауылында ғүмер иткән атайым Әсфәндиәр Мөхәмәҙейәр улы ла, әсәйем Хәтимә Фәрхетдин ҡыҙы ла туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә донъяға килгән. Үҫмер саҡтарында дәүеренә күрә төрлө хәлдәрҙе кисереп, ысын кеше булып үҫеп, 1933 йылда өйләнешәләр. Ете балаға ғүмер бирәләр. 15 ейән-ейәнсәрҙәре, 16 бүләләре, 4 бүләсәләре яҡты донъяға ауаз һала. Атайым үҙенең сослоғо менән бик кесе йәштән мәҙрәсәгә уҡырға йөрөп, яҙыу-һыҙыуға тәүҙә ғәрәпсә, унан латинса, һуңғараҡ яңы алфавитты ла, иҫәп-хисапҡа ла өйрәнеп ала.
Колхозлашҡан осорҙа атайымды, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, мөғәллим итеп ҡуйғандар. Ә һуңғараҡ колхоз рәйесенең ярҙамсыһы, унан колхоздың рәйесе итеп һайлағандар.
Тормош яйлап ҡына көйгә һалынған ваҡытта Германия беҙҙең илгә баҫып инә. Атайым беренсе көндәрҙән үк һуғышҡа китә. Әсәйем ике йәшлек ҡыҙын күтәреп, ауырлы көйөнә атайымды оҙатып ҡала. Әсәйемде бик йыш яҙыу-һыҙыу эштәренә йәлеп иткәндәр, сөнки әсәйем дә уҡымышлы кеше булған.
Һуғыш дәүере барыбыҙға ла мәғлүм инде - ҡайғы-хәсрәт, аслыҡ-яланғаслыҡ. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, улар Еңеү килеүенә һәр саҡ ышанып, көнө-төнө эшләгән. Атайым һуғышта писарь, телефонсы булып хеҙмәт иткән. Уның һуғыш тураһындағы иҫтәлектәрен беҙ тыныс ҡына тыңлай алмай инек. Сөнки атайымдың өҙөлөп, әрнеп һөйләгәне мәңге иҫемдән сыҡмай. Шул иҫтәлектәрҙең хәтеремдә ҡалған бер эпизодын ғына яҙып үтәм.
...Һуғыштың бик ҡаты, ҡоторған сағы. Дошман аяуһыҙ, беҙ сигенәбеҙ. Элемтә йыш өҙөлә. Үлем, ҡан, ғәрәсәт. Беҙ ҡамауҙа ҡалдыҡ. Бер төндө командир хәрби бойороҡ менән йыйып, барыбыҙҙың да партбилеттарын алды һәм беҙҙе: «Бөгөндән берегеҙ ҙә партия ағзаһы түгел. Минең исем-фамилияны ныҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Иҫән булып ҡамауҙан сыҡһаҡ, үҙ ҡулым менән билеттарығыҙҙы тапшырырмын», - тип иҫкәртте. Ҡамауға эләгеү - бик ауыр хәл: аҙыҡ-түлек бөттө, үлгән аттар, тирә-яҡтағы үлән худҡа китте. Һыу эҙләп киткән һалдаттарҙың да һирәге генә әйләнеп ҡайта. Командир көнө-төнө йоҡламай, элемтә ялғаныуын зарығып көтә. Шулай бик оҙаҡ ҡамауҙа булып, бер ваҡыт ер менән күк бергә тоташҡан һымаҡ ҡаты һуғыш башланды. Беҙҙең совет ғәскәрҙәре ҡамауҙы өҙөп, фашистарҙы сигенергә мәжбүр иткән. Юғалтыуҙар иҫ китерлек күп булған. Мин госпиталдә генә һушыма килдем. Һуңғараҡ беҙ бер нисә һалдат бер-беребеҙҙе таптыҡ. Тик ҡайһыбыҙҙың күҙе күрмәй, кемдер аяҡһыҙ, минең ҡул эшләмәй, бәйле, контузиянан һуң ишетмәйем. Һуңыраҡ командирыбыҙ хаҡында ла белдек. Бик ҡаты яраланған, һушһыҙ көйөнә бер нисә тәүлек ятҡандан һуң, икенсе ҡалалағы госпиталгә күсергәндәр.
Бик оҙаҡ дауаланғас, мине алғы һыҙатҡа оҙаттылар. Ә һуңғы тапҡыр госпиталгә эләккәс, мине 2-се төркөм инвалид тип, тыуған яҡтарыма ҡайтарып ебәрҙеләр. Был 1944 йыл ине.
Ҡайтҡас та, ҡулымды муйыныма аҫҡан көйө, колхоз рәйесе булып егелдем. Өҫкә пуля яумаһа ла, дәүерҙәр уғата бик ауыр ине. «Тиф» тигән ниғмәттән дә, шытҡан ағыулы иген ашап та үлеүселәр күбәйҙе. Халыҡ ас, бер кеҫә иген урламаһын тип, райондан килгән тикшереүселәр баҫыу ситендә һаҡлап ята торғайны. Кемдә сәсеү орлоғо табалар, уларҙы төрмәгә алып китергә тейештәр. Өй тулы балалар, ирҙәре йә һуғышта, йә үлгән. Минең бурыс - нисек тә ғаиләләрҙе аслыҡтан да, төрмә юлынан да һаҡлау. Бер йәш кенә малайҙы һыу итеүсе итеп һыбай сәсеү баҫыуына ебәрҙем, тикшереүсе баҫыу ситендә көтә, абай булһындар, тинем. Ҡайһылары кеҫәләрен бушатып тура юлдан, йәшерәк ҡыҙ-ҡырҡындар хәлдәре булғаны 2-3 км ерҙе урап, ауылдың икенсе осонан ҡайтырҙар ине. Булды инде, балалар, тормоштоң төрлөһөн күрергә тура килде.
Атайым һөйләүенән туҡтаһа, беҙ уға һорауҙар яуҙырып тағы ла һөйләндерә инек.
...Көтөп алған Еңеү көнө килде. Тик мине тағы ла хәүефлерәк тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр алда көткән икән. Райкомға, военкоматҡа, һуңғараҡ Өфөгә саҡыртып, минең партбилетымды таптыра башланылар. Нисегерәк ҡамауҙа булыуыбыҙҙы, командирҙың исем-фамилияһын, партбилеттарыбыҙҙы йыйып алыуын 10 тапҡыр яҙып биргәнмендер. Ҡайтарып торалар ҙа, тағы саҡырталар. Шулай ут эсендә бик оҙаҡ йөрөгәндән һуң, теге командирҙы табып, мин һөйләгәндәрҙең хаҡ булыуын асыҡланылар. Минең алда ғәфү үтенеп, мине яңынан партия хеҙмәткәре булыуым менән ҡотланылар. Ваҡыт үҙенекен итә, яйлап яралар ҙа уңала, онотола. Ә миңә “партияның һатлыҡ йәне” тигән ғәйеп таға яҙыуҙары йөрәгемдә мәңге яра булып уйылып ҡалды...
Колхоздарҙы берләштергәс, атайымды почта начальнигы итеп ҡуйҙылар. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы халыҡҡа тоғро хеҙмәт итте. Уның хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: колхоз рәйесе һәм почта начальнигы. Бик күп Маҡтау грамоталары, миҙалдары бар.
Мин 1945 йылдың 1 майында тыуғанмын. Хәтеремдә атай мине бик ярата ине. Үҙемде белә-белгәндән бирле беҙҙә радио эшләп торҙо, гәзит-журналдар күп алдырҙыҡ. Кистәрен атайым эшенән иртәрәк ҡайтһа, беҙҙе сиратлаштырып китаптан өҙөктәр уҡыта, йә ятлаған шиғырҙарҙы һөйләтә, йәки йырлата торғайны. Беҙ барыбыҙ ҙа сәнғәткә, әҙәбиәткә ихтирам, һөйөү менән тәрбиәләндек. Бына шулай ете бала - алты ҡыҙ, бер малай тыныс ҡына татыу ғаиләлә үҫеп, һәр ҡайһыбыҙ үҙенә оҡшаған һөнәр менән эшләп, хәҙер барыбыҙ ҙа хаҡлы ялдабыҙ. Балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе тәрбиәләшәбеҙ.
Атайым үҙ ғүмерендә ике ерҙә генә эшләһә лә, әсәйем сөгөлдөр ҙә үҫтерҙе, колхоз һауынсыларына, һатыусыларға, фельдшерҙарға халаттар ҙа текте. Ул оҫта тегенсе, шәл бәйләүсе булды. Әсәйемдән шәлдәрҙе тик заказ менән бүләккә генә бәйләтәләр ине. Хәҙер атай-әсәйебеҙҙе бик һағынабыҙ, уларҙың рухына Ҡөрьән уҡытабыҙ, хәйер бирәбеҙ. Атайымдың мәрхүм булыуына - 27, әсәйемә быйыл 20 йыл була. Тыныс йоҡлаһындар. Ә уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ил буйлап һибелгән - Мәскәү, Санкт-Петербург, Йошкар-Ола, Өфө, Стәрле-тамаҡ һәм Салауат. Иҫән-һау илгә тоғро хеҙмәт итәләр.