газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2018, 11:41

Салауатта ла юлдарҙы ремонтлауға иғтибар арта

Салауат ҡалаһының тор-лаҡ-коммуналь хужалығы - ул торлаҡ йорттар, социаль объекттар, 18 идара итеүсе компания, шулай уҡ беҙҙең йәшәү шарттарын уңайлы итеүсе тиҫтәгә яҡын ойошма. Улар меңәрләгән электр, йылылыҡ, һыу һәм башҡа ресурс менән тәьмин итеү селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә.

Салауат ҡалаһының тор-лаҡ-коммуналь хужалығы - ул торлаҡ йорттар, социаль объекттар, 18 идара итеүсе компания, шулай уҡ беҙҙең йәшәү шарттарын уңайлы итеүсе тиҫтәгә яҡын ойошма. Улар меңәрләгән электр, йылылыҡ, һыу һәм башҡа ресурс менән тәьмин итеү селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә.

Былтыр ҡалала 68 күп фатирлы йортта 163 млн һумдан ашыу суммаға капиталь ремонт уҙғарылған. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ҡалала капиталь ремонт өсөн иғәнә түләү кимәле респуб-ликала иң юғарыларҙан иҫәп-ләнә, ул 95 процент тәшкил итә.

2017 йылда ТКХ һорауҙары буйынса ҡала хакимиәтенә 951 мөрәжәғәт булған, был, 2016 йыл менән сағыштырғанда, 6,3 процентҡа әҙерәк. Һорауҙар араһында күпселекте капиталь ремонтҡа, ҡыйыҡтан һыу ағыуға, идара итеүсе компанияларҙың эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр тәшкил итә.

Юл хужалығына килгәндә, Салауатта эш күләме һиҙелер-лек артҡан. Уҙған йылда ағымдағы ремонт буйынса эштәр, 2016 йыл менән сағыштырғанда, 42 процентҡа күберәк башҡарылған. Былтыр 73 млн һумға 109 мең квадрат метр май-ҙанлы урам-юл селтәре ремонтланған. 2011 йылдан 2017 йылға тиклем магистраль һәм квартал эсе юлдарын, тротуарҙарҙы ремонт-лау күләме 640 мең квадрат метр тәшкил иткән. Ҡала етәкселеге башҡарылған эштәр иҫәбе ҙур булһа ла, Салауатта юлдарҙағы соҡорҙарҙы ҡаплау ғына түгел, етди капиталь ремонт талап ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Төҙөкләндереү тураһында һүҙ йөрөткәндә, урамдар тәр-типкә килтерелгән, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр, һәйкәлдәр ремонтланған. Ҡаланы йыйыштырыу өмә-ләренә 12 меңдән ашыу кеше сыҡҡан. “Ҡала мөхите” программаһы буйынса Сала-уатта 40 ихата һәм “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге артындағы сквер төҙөкләндерелде. “Реаль эштәр” проекты тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы артында скверҙы инвалид балалар өсөн ҡулайлаштырыуға “Мәңгелек ут” мемо-риаль комплексында эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары ҡуйыу-ға ярҙам итте. Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күперҙе ремонтлауҙы ла сала-уаттар шатланып ҡа-бул итте.

Ә бына йәшеллән-дереүгә аҡса былтыр ҡалала 5 процентҡа әҙерәк тотонолған. Шуға ла быйыл, Са-лауаттың 70 йыллыҡ юбилейы билдәләнгән йылда, был мәсьә-ләгә етди иғтибар бүлергә кәрәк-леген билдәләй ҡала етәкселеге.

Ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары былтырғы эшмәкәрлектәрендә яңыртыуға ҙур иғтибар бүлгән. “Электр селтәрҙәре”, мәҫәлән, инвес-тицион программаларға 2013 йылда - 5 млн, 2014 йылда - 10 млн, 2015 йылда - 15,5 млн, 2016 йылда 22,6 млн һум йүнәлтһә, 2017 йылда 30 млн һум тотонған. “БашРТС”тың Салауат бүлексәһе 8 км оҙонло-ғонда йылытыу селтәрҙәрен алыштырған. “Һыу каналы” иһә 27 млн һумлыҡ суммаға һыу селтәрҙәренә, һыу менән тәьмин итеү ҡоролмаларына капиталь ремонт башҡарған.
Читайте нас: