«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә күп фатирлы йорт советы рәйестәре һәм ағзалары менән берлектә йәмәғәт йыйылышы үтте. Халыҡ менән осрашыуҙа Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский ҡатнашты.
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин башҡа республика ҡалалары менән берлектә Салауаттың да «Ҡала мөхите» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Халыҡ мөһим объекттарҙы төҙөкләндереүгә үҙ өлөштәрен индерә ала. Бы-йыл салауаттар һайлап алған 5 биләмәнең береһендә ремонт эштәре башҡарыласаҡ. 18 мартта РФ Президентын һайлау көнөндә ошо биш объекттың береһе өсөн тауыш бирергә кәрәк.
Альфред Зәки улы күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт эшләүгә күпме аҡса бүленеүе һәм тәү сиратта нимәләр башҡарылыуы хаҡында һөйләп үтте.
- Күп фатирлы йорттар советы рәйестәре юридик шәхестәр түгел, ә торлаҡ һорауында тәртип урынлаштырырға теләгән ябай граждандар. Улар торлаҡ-коммуналь хужалығы эшмәкәрлеген контролдә тотоусылар. Был кешеләр тормоштарын яҡшыға үҙгәртергә һәм торлаҡ милекселәре булараҡ улар менән иҫәпләшеүҙәрен теләгән энтузиас-тар. Был кешеләр торлаҡ хужалығы мәсьәләләре менән йыш осрашһа ла, йыш ҡына бөтә һорауҙарҙы һәм нескәлектәрҙе лә аңлап бөтөрмәй. Бөгөнгө осрашыу ана шул һорауҙарға яуап биреү, асыҡлыҡ индереүҙе күҙ уңында тота, - тине ул.
Анатолий Дубовский күп фатирлы йорт менән үҙ аллы идара итеүҙең хоҡуҡи, финанс һәм иҡтисади нигеҙҙәре хаҡында бәйән итте. Йыйылыусылар йорт советының нисек һайланыуын, ойошторолоуын белде. Идарасы компания менән уртаҡ тел табырға өйрәнде, уның менән ниндәй килешеүҙәр төҙөргә кәрәклеген асыҡланы. Был осрашыу йыйылыусыларҙы үҙ аҡсаларын контролдә тоторға ла өйрәтте. Саранан халыҡ үҙен борсоған бик күп һорауҙарға яуап алды.