Ғәҙәттә, ауыл ерендә йәшәүселәр һәр ғаиләне, һәр кешене белә, аралашып йәшәргә тырыша. Ә ҡала мөхитендә донъя көтөүселәр ҡайһы саҡта хатта үҙҙәре менән тиҫтәләрсә йылдар бер подъезда йәшәгән күршеләренең исемдәрен дә белмәй. Әммә беҙҙең менән бер йортта йәшәгән бер ғаиләне белмәгән күршеләр һирәктер.
Һәр кем менән йылмайып иҫәнләшеп, хәлдәрҙе һорашып, йә булмаһа икәүләп һәр кис һайын саф һауаға сығыусы был пар күптәрҙе һоҡландыра. Ә инде хужа кешенең йыш ҡына матур сәскә гөлләмәләре менән ҡайтыуы бер аҙ көнләштереп тә ҡуя. Һүҙем ут күршеләребеҙ Фруза һәм Камил Кинйәбулатовтар тураһында.
Ғаилә башлығы Камил Нурғәли улы әрме хеҙмәтенән һуң, 1975 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә электромонтер булып эшләй. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен нефть химияһы комбинатына бағышлаған хеҙмәткәрҙең Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәре һанап бөткөһөҙ. Ә инде 2000 йылда уға «Яғыулыҡ энергетикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән почетлы исем дә бирелә. Тормош иптәше Фруза Тимербай ҡыҙы ла ошо уҡ предприятиеның техник-контроль бүлеге лабораторияһында химик анализдар лаборанты булып хаҡлы ялға сыҡҡансы 40 йылға яҡын хеҙмәт итә. Ошо осорҙа ул да әллә күпме Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, Коммунистик хеҙмәт ударнигы исеменә лайыҡ була, күп йылдар фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй.
Ҡасандыр Ғафури районының Юрмаш ауылы егете Камил һәм Мәләүез районының Муллағол ауылы ҡыҙы Фрузаның яратышып парлы ғаилә ҡороуҙарына ла бына инде ҡырҡ йыл. Ошо ваҡыт эсендә улар ике балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙҙәре кеүек эшһөйәр, итәғәтле итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Руслан Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, «Салауатбыяла» заводында инженер-механик булып эшләй. Өйләнгән, тормош иптәше Ләйсән менән (ул юғары белемле уҡытыусы) ҡыҙ һәм малай үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Әлиә кейәүҙәре Рөстәм менән Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Өфө ҡалаһында банк хеҙмәткәрҙәре вазифаһын башҡаралар, Әҙилә исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Беҙҙең башҡорт халҡында, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән мәҡәлдең Кинйәбулатовтар ғаиләһенә бик тә тап килеүе хаҡтыр. Ошондай дан ғаиләләр күберәк булһа, ил тыныс, йәшәүе лә күңеллерәк булыр ине.