газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2018, 11:32

Комсомолдарҙан - ялҡынлы сәләм

- Космонавтар бульварында 2018 йыл комсомолдарына арнап һалынған капсула ни хәлдә икән? Уны ҡасан асырҙары билдәлеме? Миңзада Жданова.

- Космонавтар бульварында 2018 йыл комсомолдарына арнап һалынған капсула ни хәлдә икән? Уны ҡасан асырҙары билдәлеме?

Миңзада Жданова.

Минең үҙемә комсомол значогын түшемә ҡаҙарға тура килмәне. Донъялар боларып китте. Шулай ҙа, октябрят значогын, пионер галстугын тағыуым менән булһа ла бәхетлемен. Ошондай ойошмаларҙың тарҡалыуы аяныс күренеш. Улар бит берҙәмлеккә, яҡшылыҡҡа ғына әйҙәне, һәр кемде яуаплы булырға, бирелгән антҡа тоғро ҡалырға өйрәтте. Хәл-ваҡиғаларҙың ҡырҡа боролош аласағын элекке комсомолдар ҙа белмәгәндер. Улар 50 йыл элек Хәрби һәм Хеҙмәт даны обелискыһынан уң яҡта урынлашҡан скверҙа комсомол значогы формаһында урынлаштырылған стелаға 2018 йыл комсомолдарына мөрәжәғәт менән капсула һалған. Ул быйыл октябрҙә ВЛКСМ-дың 100 йыллығына асыла. Ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, бөгөнгө йәштәр данлы үткәндәрҙе лайыҡлы ҡабул итеп, комсомолдарҙың ялҡынлы сәләмен тыңларға әҙерҙәрҙер. Мөрәжәғәттең тексы ҡыҙыҡһыныу уятыр, моғайын. Ә ололарҙың йәшлек хәтирәләрен ҡуҙғатыр. 42 йыл ғүмерен комбинатта эшләүгә бағышлаған Ләбиб Хөснуллин - шул йылдарҙың тере шаһиты, был ваҡиғала ҡайнаған кеше.

- 1968 йылдың 29 октябрендә ҡала комсомолдары Ленин комсомолының 50 йыллығына һәм Салауат ҡала комсомол ойошмаһының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеү хөрмәтенә 2018 йыл комсомолдарына мөрәжәғәт менән капсула һалды. Унда мин дә ҡатнаштым. Химия заводында эшләп йөрөгән сағым. Был тантанаға тотош комбинаттан 50-ләгән кешене ебәрҙеләр. Бынан тыш, әллә күпме халыҡ йыйылғайны. Уның тексында киләсәк быуынға теләк яҙылғайны. Беҙ йәш саҡта бөтәбеҙ ҙә комсомолда булдыҡ, дәррәү өмәләргә сыҡтыҡ, гөрләп йәшәнек. Ғүмерҙең ошо дәүере иң матур хәтирә булып иҫтә ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер комсомол тигән төшөнсә йәштәргә бик үк таныш түгел. Әммә был капсула, бер нимәгә ҡарамай, асылырға тейеш, - ти Ләбиб Хөрмәтулла улы.
Читайте нас: