газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 12:22

Ил күрке - мөхәббәтле ғаилә

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме буйынса 2018 йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. “Ағиҙел“ мәҙәни-ял үҙәгендә ҡалала Ғаилә йылын асыуға арналған тантана үтте.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме буйынса 2018 йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. “Ағиҙел“ мәҙәни-ял үҙәгендә ҡалала Ғаилә йылын асыуға арналған тантана үтте.

Башта ҡотлау сәләме менән ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов сығыш яһаны.

- Салауатта ғаиләгә ярҙам итеү буйынса бик күп нәмәләр эшләнә: ике һәм унан күберәк балалар өсөн сертификаттар бирелә, торлаҡтарын яҡшыртыуға мохтаж булғандарға аҡса бүленә, балалар һауыҡтырыу лагерҙарына ебәрелә һәм башҡалар. Ҡала Советы ҡарары менән игеҙәк бала тыуған ғаиләләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. 2015 йылдан алып 700-ләп ғаилә бушлай ер участкалары алды. Бөгөн дә 18 йәш ғаиләгә ер участкалары сертификаттары тапшырыласаҡ, - тине үҙенең сығышында ҡала башлығы.

Сара күрке булып сәхнәгә күп балалы ғаиләләр күтәрелде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Гүзәл һәм Рәмил Богдановтар алты бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Регина үҙе ике ул тәрбиәләй. Икенсе ҡыҙҙары Альмира Өфөлә аграр университетында белем ала, 3 улдары мәктәптә уҡый. Иң бәләкәйҙәре 5 йәшлек Наил 55-се балалар баҡсаһына йөрөй. Уларға ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. “Йәш ғаилә-2017“ ҡала конкурсы еңеүселәре Алина һәм Шамил Кантюковтар ҙа был сарала тәбрикләнде.

Был көндө йәш ғаиләләргә генә түгел, өлкән быуын вәкилдәренә лә дан йырланды. Сәхнә түренә гәүһәр һәм алтын юбилейҙарын билдәләгән парҙар сыҡты. Улар ғаилә бәхетенең сере менән дә бүлеште һәм бер-береңде аңлап, тәрән һөйөү менән йәшәгәндә генә тормош юлын оҙаҡ йылдар бергә үтергә була, тип белдерҙе. Уларға республика башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлау хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер иткән Анида һәм Фәрит Ханнановтарҙы, Флориса һәм Рәйсә Богдановтарҙы, Нина һәм Владимир Мартемьяновтарҙы, Елена һәм Иван Коковихиндарҙы залда ултырыусылар алҡыштарға күмде.

Анида һәм Фәрит Ханнановтар 1968 йылда өйләнешкән. Улар өс улдарын аяҡҡа баҫтыра, ике ейәнсәре һәм бер ейәне бар. Анида Бәхти ҡыҙының һәм Фәрит Ғәлиулла улының барлыҡ хеҙмәт юлы нефть химияһы комбинатында үтә. Малайҙары ла һәм килендәре лә ошо уҡ эште дауам итә. Дөйөм хеҙмәт стажы был ғаиләлә - 170 йыл! Был, әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ.

Был көндө улар адресына бик күп ҡотлауҙар, матур теләктәр яңғыраны. Байрам йәш башҡарыусылар ҡатнаш-лығында матур концерт менән аралаш барҙы. Бер яҡтан ҡарағанда, тәбриклән-гән парҙар - Салауатта йәшәүсе ғәҙәти ғаиләләр. Икенсе яҡтан - тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс парҙар. Ҡотлау һүҙ-ҙәре менән сығыш яһағандарҙың: “Иң татыу ғаиләләр - Салауатта. Барыһы ла уңған, бөтмөр, матур итеп донъя көтәләр”, - тигән һүҙҙәре күңелгә май булып яғылғандай. Һәр кем шулай ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәһә ине.
Читайте нас: