газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 12:31

Егеттәргә тормош мәктәбе

Салауат егеттәре ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәй, ата-әсәләре йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Бына Илдус Темировтың башына ла әрме хеҙмәтенә барырғамы-юҡмы тигән уй бер ҡасан да килмәй.

Салауат егеттәре ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәй, ата-әсәләре йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Бына Илдус Темировтың башына ла әрме хеҙмәтенә барырғамы-юҡмы тигән уй бер ҡасан да килмәй.

- Әгәр саҡыралар икән, ниңә бармаҫҡа? Бөгөн һалдаттар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Хеҙмәт иткәндәрҙең йәмғиәттә абруйы ҙур, төрлө мөмкинлектәр ҙә асыла, яңы ерҙәрҙе күреү теләге лә бар ине,- ти ул.

Илдус ноябрҙә әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан. Башта Владимир өлкәһенең Пакино ҡасабаһындағы хәрби частә алты ай уҡыуҙа була. Тырыш, яуаплы һалдатты радиостан-ция начальнигы итеп ҡуялар. Аҙаҡ Санкт-Петербург ҡалаһының Горелово ҡасабаһында 95-се бригадала хеҙмәт юлын дауам итә. Кесе сержант взвод командиры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Өлгөлө хеҙмәте, кешелеклелеге өсөн ике тапҡыр Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Йәш һалдатҡа әрмелә хеҙмәт итеү еңел бирелмәй. Тәүлек буйы 30-40 градус һалҡындарҙа нарядтарға йөрөргә тура килә. Яңы йыл алдынан Илдус күсмә ҡарауылда иптәштәре менән хәрби техникалы 12 вагонды оҙатып килә.

Гөлнара һәм Вәсил Темировтар улдары өсөн ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала. Һалдат һурпаһын татыған оло улдары Салауат индустриаль колледжында уҡып йөрөй. Ә кесе улдары Айрат 25-се башҡорт гимназияһында белем ала. Ул да ағаһы кеүек армияла ирлек бурысын үтәргә хыяллана. Икеһе лә аҡыллы, итәғәтле, рухлы, өлкән быуынға, Тыуған илгә ҡарата оло ихтирам, һөйөү менән тәрбиәләнә.

Илдустан, бөгөн армияла хеҙмәт итергә кәрәкме, тип һорайым.

- Әлбиттә, армия - ир-азаматлыҡ, егетлек билдәһе! Борон-борондан ир-егет Ватанын һаҡлаусы һәм яҡлаусы, ил терәге булған. Был ғәмәлде шик аҫтына алып, хеҙмәт итергәме бөгөн, юҡмы тигән бәхәстәр алып барыу бөтөнләй урынһыҙ. Егет кеше үҙенең халҡын, илен яҡларлыҡ кимәлдә булырға тейеш, физик әҙерлеге буйынса ла, рухи йәһәттән дә. Ә бындай әҙерлек һәм өлгөргәнлекте уға тик армия ғына бирә ала, тип уйлайым.

Армияға барыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, ул бит үҙе бер тормош мәктәбе. Ҡайһы берәүҙәр «бабайлыҡ» күренешенән ҡурҡа, ә бит күп нәмә йәш һалдаттың үҙенә бәйле: ҡыйыуыраҡ, үткерерәк күренергә, иптәштәренең ихтирамын яуларға тырышырға кәрәк. Үҙ-үҙен дә яҡлай алмаһа, артабан ундай кеше нисек итеп илен, ғаиләһен яҡларға тейеш һуң? - тип яуап бирҙе тырыш егет.

Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙҙәре!


Читайте нас: